+2 °С
Ҡар
“Милләт кросы” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө сиктәрендә күп мәктәптәрҙә сәләмәтлек көндәре үтте.
Иҫке Собханғол мәктәбе лә был акцияға ҡушылды. 1-3 кластар өсөн һаулыҡ темаһына ҡағылған дистанцион уҡыуҙар ойошторолдо. 4-се һәм 5-се класс уҡыусылары күңелле эстафетала ҡатнашты, 300 метр кроста йүгерҙе. Өлкән кластар “Урал” ФОК-ы янында 500 метрға йүгерҙеләр.
10-сы класс уҡыусылары мәктәп яны тәжрибә участкаһында уңыш йыйҙы.