Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Сентябрь 2021, 10:00

Инвалидтарға ярҙамға

Граждандарҙың льготалы категорияһын шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеү һәм унда барып-ҡайтыуҙы түләү.

Инвалидтарға ярҙамға
Инвалидтарға ярҙамға

Граждандарҙың льготалы категорияһын шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеү һәм унда барып-ҡайтыуҙы түләү.

Бөгөнгө көндә Бөрйән районы страховкаланыусылары Рәсәй Федерацияһы социаль страховка Фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бөрйән районындағы 6-сы филиалында теркәлгән.


1 июлгә ҡарата һандарҙа – 255 ойошмала 2551 эшләп йөрөүсе кеше.Бөрйән районы страховкаланыусыларына 2020 йыл башынан 17844, 6 мең һум күләмендә килем иҫәпләнгән. Район ойошма-предприятиеларының төбәк бүлексәһе алдындағы бурысы – 165, 2 мең һум.


Инвалидтарҙы реабилитациялауҙың техник средстволары (ТСР) менән тәьмин итеү
2021 йылдың 1 ғинуарына 79 инвалид ТСР-ға сиратта тора ине. Уларҙан ТСР-ға 299 заявка ҡабул ителгән.


2019 йылда, мәҫәлән, 62 инвалидҡа техник реабилитация саралары бирелеп, 149 заявка үтәлһә (3 890747,17 һумлыҡ), шул иҫәптә 21 бала (44 заявка) бар.
2020 йылда 170 заявка үтәлгән (3 436 813, 26 һумлыҡ).


Граждандарҙың льготалы категорияһын шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеү һәм унда барып-ҡайтыуҙы түләү
Бында сиратта 66 кеше, шул иҫәптән 7 бала тора.


2019 йылда 75, 6 мең һумға 3 юллама бирелгән. 2020 йылда – 303, 3 мең һумға 12 юллама. 2021 йылда - 101, 1 мең һумға 4 юллама.


Инвалидтар социаль пакеттарын аҡсаға күсермәгән булһалар, участка терапевынан юллама өсөн белешмә алырға кәрәк була. Ошонан һуң паспорттың күсермәһен алып күп функциялы үҙәккә индереп биреү талап ителә (бөгөнгө көндә дәүләт хеҙмәте сайты эшләп бөтмәү сәбәпле). Белешмәнең срогы – 1 йыл. Әгәр уның срогы сыҡһа, яңыртырға кәрәк.


Шифаханаларға барыу электрон таблицалағы сират менән башҡарыла.


Бөгөнгө көндә шифаханаға кем 2019 йылдың 31 мартына тиклем сиратҡа торған, шулар бара ала. Шифаханалар йыл башында аукцион үткәргәндән һуң эшләй башлай Кемдәр аукцион үтә ала, шулар инвалидтар менән эшләй. Бөгөнгө көндә Белорет ҡалаһында “Белоречье” профилакторийы, Баймаҡ районындағы “Талҡаҫ”, Октябрьский ҡалаһындағы “Тонус” шифаханалары инвалидтарҙы ҡабул итә. Ял итеп ҡайтҡас, киренән беҙгә килеп сиратҡа торорға кәрәк.


Бөгөнгө көндә инвалидлыҡ электрон форматта оҙонайтылып килә. Әгәр һеҙгә “инвалидлыҡ оҙайтылды” тигән хат килһә, урындағы социаль страховкалау фондына килеп, реабилитацияның индивидуаль программаһын алырға һәм ниндәй ТСР кәрәк – ғариза яҙып китергә кәрәк.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: