Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Сентябрь 2021, 12:00

Бер аҙнала 120 сирле асыҡланған

Яңы коронавирус инфекцияһының таралы-уын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы брифинг та тынысланырға иртәрәк икәненә ишараланы. Район үҙәк дауаханаһының табип-эпидемиологы Юрий Коробчанский биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, үткән аҙнала 433 ПЦР-анализ алынып, 120 кешенең анализы ыңғай һөҙөмтә биргән. Унан алдағы аҙнала 250 анализ алынып, 68-е ыңғай булған.  

Бер аҙнала 120 сирле асыҡланған
Бер аҙнала 120 сирле асыҡланған

Яңы коронавирус инфекцияһының таралы-уын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы брифинг та тынысланырға иртәрәк икәненә ишараланы. Район үҙәк дауаханаһының табип-эпидемиологы Юрий Коробчанский биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, үткән аҙнала 433 ПЦР-анализ алынып, 120 кешенең анализы ыңғай һөҙөмтә биргән. Унан алдағы аҙнала 250 анализ алынып, 68-е ыңғай булған.

-Сирҙең таралыуын иҫкәртеү маҡсатында анализдарҙы арттырҙыҡ. Сир күрһәткесе артып китеүе шуға ла бәйле.


Сирләүселәр араһында хеҙмәткә яраҡлылар күпселекте тәшкил итә – 58 процент. Балаларҙан да анализ ала башланыҡ. Ауырыусыларҙың 20 проценты – балалар. 60 йәштән өлкәндәр – 20 процент.


Сирләүселәр араһында 27 кеше вакцина яһатҡан булған. Улар, нигеҙҙә, вакцинаның тәүге компоненты менән икенсеһе араһында сирләүселәр. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: вакцина һалдырғас, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәһәң дә мөмкин икән, тип уйларға ярамай. Сөнки антиесемдәр шунда уҡ барлыҡҡа килмәй, уның өсөн күпмелер ваҡыт талап ителә.


Былтыр, быйылғы йыл башында сирләгән 12 кеше ҡабатлап ауырыған. Ҡабатлап сирләүселәр сирҙе сағыштырмаса еңел һәм эҙемтәләрһеҙ үткәргән.


Әлеге ваҡытта 21 кеше дауаханала ята. 333 кеше амбулатор дауа ала. 1 июндән алып 379 кеше һауыҡҡан. Коронавирустан 7 райондашыбыҙҙы юғалттыҡ. Улар, нигеҙҙә, оло кешеләр.
Пандемия башланғандан алып районда 891 кеше коронавирус менән сирләне. Был район халҡының 5,3 проценты. Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан алып 815 кеше ауырыһа, шуның 740-ы 1июндән бөгөнгө көнгә тик-лем ауырыусылар.


Сирҙе иҫкәртеү буйынса мөмкин булған барлыҡ саралар күрелә. Улар араһында иң эффектлыһы – вакцина. Район дауаханаһында вакциналар етерлек. Әле районда 3233 кеше вакцина яһатҡан. Был планға ҡарата 48 процент. Дөйөм иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн халыҡтың кәмендә 60 проценты прививка яһатырға тейеш.


Тағы ла шәхси хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә тырышығыҙ: урамдан ингәс, ҡулдарығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ, кеше араһында битлектә йөрөгөҙ, дистанция һаҡлағыҙ, күп кеше ҡатнашҡан сараларға (туй, юбилей һ.б.) бармай тороғоҙ, - тине Юрий Николаевич.


Брифингта шулай уҡ мәғариф учреждениеларында коронавирусҡа ҡаршы саралар, балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.
Брифингты район хакимиәте башлығы урынбаҫары В. Вәлиева алып барҙы.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: