Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Сентябрь 2021, 11:55

ВАКЦИНА ЯҺАТЫУҒА ҠАРШЫЛЫҠ ТУРАҺЫНДА (МЕДОТВОД) БЕЛЕШМӘ АЛЫУ ҠАТМАРЛАША

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы COVID-19-ға ҡаршы вакцинациялау буйынса тәҡдимдәрҙе яңыртты. Тәғәйен алғанда, вакцина һалдырыуға медотвод алыу талаптары ҡәтғиләшкән.

Белгестәр фекеренсә, вакцина яһатыуҙан ниндәйҙер етди сәбәпһеҙ баш тартыу хроник сирлеләрҙең ковид алдында яҡлауһыҙ ҡалыуына килтерә. Уларҙа сир айырыуса ауыр формала үтә.

Вакцина һалдырыуға ҡаршылыҡ ваҡытлыса һәм мөҙҙәтһеҙ булырға мөмкин. Башта табип вакцина яһатыуға ҡаршылыҡтар бармы-юҡмы икәнлеген билдәләргә тейеш. Быны терапевт йәки  тар белгес табип билдәләй. Вакцина яһатырға ярамай тип табылғанда кеше табиптар комиссияһына мөрәжәғәт итә. Бары комиссия ғына тейешле ҡарар ҡабул итә ала.

Йәнә шуныһы: кешенең вакцина ярамай тигән ҡағыҙ алғанға тиклем был дауалау учреждениеһында бер нисә тапҡыр булып, күҙәтеү үтеүе шарт. Ваҡытлыса белешмә 30 көнгә бирелә.

Вакцинациялау ярамаған осраҡтар түбәндәгеләр.

Даими:

-вакцинаға йәки уның компоненттарына гиперһиҙгерлек;

-анамнезда ауыр аллергия реакциялары булыу;

-бала имеҙеү;

-18 йәштән йәш булыу;

-вакцинаның тәүге компонентынан һуң етди ҡатмарлыҡтар килеп сығыу;

-иммунодефицит (беренсел):

-ҡандағы яман шеш, яман шеш булыу.

Ваҡытлыса ҡаршылыҡтар:

-киҫкен йоғошло һәм йоғошло булмаған сирҙәр (һауыҡҡас, 2-4 аҙнанан һуң вакцина яһала);

-ауыр формала булған ОРВИ, ашҡаҙан-эсәк тракттының йоғошло сирҙәре (температура нормаға килгәс вакцина яһатырға ярай);

-хроник сирҙәрҙең киҫкенләшкән мәле.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: