Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Сентябрь 2021, 17:05

“БАР УЛ, БАР БОҘОМ...”

Бер гәзит уҡыусыбыҙ түбәндәге эстәлектәге хат ебәргән. Сихыр, боҙом тураһында. Ышаныуы ла ҡыйын һымаҡ, ышанмаһаң да аптырата. Ҡыҫҡаһы, үҙегеҙ уҡып ҡарағыҙ...

“БАР УЛ, БАР БОҘОМ...”
“БАР УЛ, БАР БОҘОМ...”

Бер гәзит уҡыусыбыҙ түбәндәге эстәлектәге хат ебәргән. Сихыр, боҙом тураһында. Ышаныуы ла ҡыйын һымаҡ, ышанмаһаң да аптырата. Ҡыҫҡаһы, үҙегеҙ уҡып ҡарағыҙ...

“Һеҙ гәзиткә нишләп боҙом тураһында яҙмайһығыҙ? Бар бит ул, шул юл менән кешенән үс алыусылар ҙа бар. Яҙығыҙ әле. Бәлки, кемдер фәһем алыр. Ҡайһы берәүҙәр, боҙомдо кеше үҙе уйлап сығара, юҡ бит ул, тигән фекерҙә. Ә мин үҙем генә әллә нисә тарих беләм. Үҙем менән булғанын яҙам әле. Тик гәзиткә бирһәгеҙ, исемемде ҡуймағыҙ.

Бер мәл артыҡ ҡатышып йөрөмәгән ҡатын тыуған көнөнә саҡырҙы. Бер коллективта эшләгәс, баш тартһаң да әллә нисек һымаҡ. Барҙым. Аш ашап бөткәс, өй хужабикәһе мине сәй яһашырға саҡырҙы. Аш бүлмәләре солан аша икән. Миңә тегенең ныҡ ҡатышып-бытышып йәшәгән әхирәте лә эйәрҙе. Сәй яһап бөткәс, былар мине ике өй араһындағы соланды икегә бүлеп эшләнгән ҡараңғы келәт эсенә саҡырҙылар һәм, әйҙә, кеше юҡта күңелләнеп алайыҡ, тип рюмка тәҡдим иттеләр. Мин баш тарттым. Ләкин ике яҡтан ҡыҫтап, ай-вайыма ҡуймай, эсерҙеләр. Дөрөҫөрәге, ауыҙға ҡойҙолар. Үҙәк буйымды ныҡ яндырып төшөп китте теге шыйыҡса.

Өйгә ҡайтҡас  уйлайым – өҫтәлдә лә бар ине хәмер, ни өсөн ҡараңғы келәттә кешенән йәшереп эсерергә булдылар һуң әле?.. Былар мине бер мәмә эшләтте, ахыры, хәлем бөтөп тик тора. Араҡыларының, күрәһең, төҫө шиклерәк булғандыр. Әйткәндәй, өй хужабикәһенең әсәһе ул-был менән булыша икәне мәғлүм ине... Боҙом-фәлән эшләй, тигәнерәк хәбәрҙәр ҡолаҡҡа салынып ҡала ине.

Ошо тыуған көндән алдараҡ шул апай иптәшемә көсләп-көсләп, йәнәһе, иренә бәләкәй булған, тип ботинка биргәйне. Барыбер тик ултыра, тип аҡсаһын да алманы...

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: