Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
24 Август 2021, 11:00

Бер аҙнала – 89 осраҡ

19 августа үткән яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы брифинг та тынысланырға урын бирмәне – район үҙәк дауаханаһының табип-инфекционисы Ю. Коробчанский биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, августың 12-һенән 19-ына тиклемге ваҡыт эсендә коронавирус менән ауырыуҙың йәнә 89 осрағы теркәлгән. Унан алдағы аҙнала был күрһәткес 83 ине.

Бер аҙнала – 89 осраҡ
Бер аҙнала – 89 осраҡ

19 августа үткән яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы брифинг та тынысланырға урын бирмәне – район үҙәк дауаханаһының табип-инфекционисы Ю. Коробчанский биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, августың 12-һенән 19-ына тиклемге ваҡыт эсендә коронавирус менән ауырыуҙың йәнә 89 осрағы теркәлгән. Унан алдағы аҙнала был күрһәткес 83 ине.

- Халыҡ киҫкен респираторлы вируслы инфекция тип мөрәжәғәт иткән ваҡытта, уларҙан анализ алып, тикшереүгә ебәрәбеҙ, шунда асыҡлана. Анализдарҙы күберәк ала башланыҡ. Аҙнаһына 250 самаһы ебәрәбеҙ. Мәҫәлән, үткән аҙнала 244 анализ ебәрҙек, шуларҙың 89 осрағында коронавирус асыҡланды (35 процент). Һәр 100 анализға яҡынса 35 коронавирус тура килә. Элегерәк был күрһәткес 28 ине.


Ағымдағы йылдың 1 июненән алып районда 462 кеше был сиргә дусар булды. Шулар араһында 14 йәшкә тиклемге 66 бала бар. Мәҫәлән, 2 йәшкә тиклемге 14 бала сирләне. 15-17 йәшлектәр араһында 18 үҫмер был сирҙе үткәрҙе. Сирләүселәрҙең 61 проценты 18-55 йәштәгеләргә тура килә. Йәғни хеҙмәткә яраҡлылар. Өлкәндәр – 20 процент.
Вакцина һалдырған 17 кеше ауырыны. Ләкин улар коронавирусты сағыштырмаса еңел үткәрҙе һәм организмдары өсөн ауыр эҙемтәләр булманы.


Көҙгө, ҡышҡы осорҙа ауырыған 6 кеше ҡабатлап сирләне. Әлеге ваҡытта 279 кеше ауырый. Уларҙың 19-ы госпиталдә, 260 кеше амбулатор дауалана. 177 кеше һауыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 6 кеше вафат булды.


Пандемия башланғандан алып 613 кеше коронавирус үткәрҙе. Был район халҡының 3,6 проценты.
Тағы ла иҫкәртәбеҙ – коронавирус менән көрәштә бары тик вакцина ғына ярҙам итәсәк. Сир менән көрәштә әлеге ваҡытта иң ышаныслы ысул шул ғына. Тик вакцинациялау темпы бик яй бара. Шул арҡала сир һаман сигенмәй.


Әлбиттә, социаль дистанция, битлек кейеү, халыҡ күп йыйыла торған ерҙәргә йөрөмәй тороу кеүек ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим.
Әлеге ваҡытта вирустың “Дельта” тигән төрө йөрөй. Ул бик йоғошло булыуы менән билдәле. Балаларға ла йоға. Әгәр ғаиләлә кемдер ауырып китә икән, тиҙерәк изоляциялау сараһын күрергә кәрәк: айырым бүлмәгә урынлаштырыу, айырым таҫтамал, һауыт-һаба ҡулланыу һ.б., - тине Юрий Николаевич.


Артабан брифингты алып барыусы Ғайса Хәлитов урман янғындары тураһында әйтеп үтте.


- Беҙҙә бөгөнгө көнгә тиклем 59 янғын осрағы теркәлде. Дөйөм 77 гектар ерҙә әле янғын тулыһынса һүндерелеп бөтөлмәгән. Республика хеҙмәттәре, үҙебеҙҙең райондағы хеҙмәттәр, халыҡ, ирекмәндәр көсө менән байтаҡ янғындарҙың таралыуын туҡтата алдыҡ. Барыһына ла рәхмәт. Көндәр һаман эҫе тора. Шуға бәйле, урмандарҙа айырым режим индерелде. Уға ярашлы, халыҡҡа урманға инеү, техниканы индереү, урманда ут яғыу ҡәтғи тыйыла.


Ҡоролоҡ сәбәпле, бәләкәйерәк йылғалар ҡороп бөттө. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәйек, - тине Ғайса Әхәт улы.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: