Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Август 2021, 12:00

Ауырыусылар һаны бер кимәлдә

Район хакимиәтендәге сираттағы брифингта мәғлүм булыуынса, үткән аҙнала коронавирус сире 38 кешелә асыҡланған.

Ауырыусылар һаны бер кимәлдә
Ауырыусылар һаны бер кимәлдә

Район хакимиәтендәге сираттағы брифингта мәғлүм булыуынса, үткән аҙнала коронавирус сире 38 кешелә асыҡланған.

Был турала район үҙәк дауаханаһының табип-инфекционисы Ю. Коробчанский белдерҙе.


-Ай ярым самаһы сир бер кимәл тирәһендә һаҡлана –аҙнаһына 40 тирәһе кеше ауырый. Әле 17 кеше Белоретта дауалана. 202 сирле амбулатор дауа ала. 149 райондашыбыҙ һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2 айҙа 5 кеше ошо сирҙән вафат булды.


1 июндән 373 кеше ауырыған. Улар араһында 14 йәшкә тиклемге 50 бала бар. Шул иҫәптән 2 йәшкә тиклемгеләр 7-әү. 15-17 йәш арауығындағы үҫмерҙәр араһынан был сирҙе 15 кеше йоҡторған.


5 кеше коронавирус менән ҡабатлап ауырыған. Йәнә вакцина яһатҡан 12 кеше сирләгән. Ләкин улар ауырыуҙы еңелерәк һәм ауыр эҙемтәләрһеҙ үткәргән, - тине Юрий Николаевич.
Әле районда 2515 кеше вакцина яһатҡан. Был дөйөм иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн кәрәк булған 60 проценттың яртыһынан саҡ ҡына күберәк – 37 процент.


-Вакциналар етерлек. Рәсәйҙә әлеге ваҡытта рөхсәт ителгән вакциналарҙың барыһы ла беҙҙә бар. Вакцина яһатмайынса, сирҙең кәмеүенә өлгәшә алмаясаҡбыҙ. Төрлө юбилейҙарҙы, туйҙарҙы кисектереп тороу яҡшыраҡ булыр ине. Сөнки тап шундай ҙур сараларҙа кешеләр сир йоҡтора ла инде. Сирләгән кешеләр мөмкин тиклем кеше араһында йөрөмәһен, изоляцияла булырға тырышһын, - тине табип.


Артабан әлеге ваҡытта көн ҡаҙағында булған икенсе мәсьәлә – урман янғындары хаҡында берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте диспетчеры Ә. Шаһивәлиев сығыш яһап, хәлдең бер ни тиклем тотороҡланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. 12 авгусҡа 13 янғын ҡамалған йәғни уларҙың таралыу мөмкинлегенә сик ҡуйылған, 2 янғындың юлы әлегә быуылмаған ине.


Хәбәр итеүебеҙсә, 8 авгус-тан район биләмәһендәге урмандарҙа ғәҙәттән тыш режим иғлан ителде. Артыҡ ихтыяж булмағанда урмандарға йөрөмәй торорға, урмандарға ингәндә янғынға ҡаршы барлыҡ талаптарҙы теүәл үтәргә кәрәк, ти белгестәр.


-Махсус хеҙмәттәр менән бер рәттән урман янғындары менән көрәштә ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары ла тырышты. Уларға хакимиәт исеменән рәхмәт белдерәбеҙ, - тине брифингты алып барыусы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: