Район хакимиәтендә үткән сираттағы брифингта 4 мәсьәлә ҡаралды. Уларҙың тәүгеһе – райондағы эпидемиологик хәл торошо бу-йынса район үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Зилә Исмәғилева сығыш яһаны.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 1 июндән алып районда 297 кеше коронавирус менән сирләгән. 14 йәшкә тиклемге 42 баланың да сир йоҡтороуы айырыуса һиҫкәндерә. Тағы шуныһы – улар араһында 2 йәшкә тик-лемге 6 сабый бар. Июндә – 113, июлдә 156, августың тәүге 5 көнөндә генә лә 28 коронавирус менән сирләү осрағы теркәлгән.
Әлеге ваҡытта 13 кеше дауаханала ята, 169 кеше амбулатор дауалана. 83 кеше һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2 кеше сир ҡорбаны булған.
31 хеҙмәт коллективында сирлеләр асыҡланған. Иң күбе район үҙәк дауаханаһында – 9 кеше. Ауылдарға килгәндә, ра-йон үҙәге Иҫке Собханғол 1-се урында - 115 сирле теркәлгән.
-Был сирҙе профилактикалауҙың төп ысулы – вакцина. Әле ауылдарҙа медицина бригадалары йөрөй. Районда 1596 кеше ике компонентын да һалдырған.
Халыҡҡа шуны еткергем кил: сир һиҙелгәс тә дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк, - тине Зилә Зәки ҡыҙы.
Артабан Динис Аҙанғолов 6-18 йәшлек балаларға бирелә торған 10 000 һумлыҡ ярҙам өсөн ғаризалар, бынан тыш, республиканан ҡаралған ярҙам саралары, ул кемдәргә бирелеүе, тәғәйенләү өсөн шарттар тураһында ентекләп бәйән итте.
Бөтә һорауҙар менән Пенсия фонды бүлегенә 3-68-45, 3-65-78 телефондары буйынса яҙылып мөрәжәғәт итергә мөмкин.Көнсығыш мәшғүллек үҙәгенең Бөрйән районы буйынса бүлеге етәксеһе Г. Әбдрәшитова йәйге осорҙа етем балаларҙы, тулы булмаған, аҙ тәьмин ителгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында һөйләне. Тулыраҡ мәғлүмәтте бүлеккә барып йәки 3-62-70, 3-53-74 телефондары аша алырға була.
Барыбыҙға ла мәғлүм, 1 июлдән “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” тигән акция старт алды. Ул мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары бүләк итеүгә ҡайтып ҡала. Был турала “Ғаилә” үҙәге етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ә. Фәтҡуллина аңлатма бирҙе.
Брифингты район хакимиәте башлығы урынбаҫары В. Вәлиева алып барҙы.