Коронавирусҡа ҡаршы вакцина тураһында дөрөҫлөк һәм уйҙырмалар.
Тажлы вирусҡа бәйле хәл әле тамамланырға уйламай ҙа. Бөтөн донъяны ялмап, әҙәм балаһын һәләк итеүен дауам итә. Уның үҙгәреүе, һарыҡ туны кейгән бүре ише, икенсе ауырыуҙар артына йәшенеүе кешелекте көсһөҙ итергә тырыша. Әлегә был хәүефле сирҙән ҡотолоу юлы бер – вакцина яһатыу.
Йәйге ял, балаларҙың каникулы үткәнсе мөмкин тиклем күберәк кешене вакцинациялау ғына ауырыуҙы ауыҙлыҡларға мөмкинлек бирәсәк, ти белгестәр. Әммә әлегә вакцина яһатыуҙан коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк процентҡа һаман да барып етә алмайбыҙ.
Сөнки прививкаға ҡаршы төрлө уйҙырмалар сығарыусылар һаман да кешене икеләндерә.
Уйҙырма. Прививка алдынан антиесемдәргә анализ бирергә кәрәк.
Антиесемдәрҙең булыуы вакцина яһатыуға ҡамасаулыҡ итмәй. Әгәр ҙә һеҙ коронавирус инфекцияһы менән ауырығанһығыҙ һәм һеҙҙә антиесемдәр бар икән, вакцинанан һуң уларҙың һаны арта һәм һаҡлау көсө лә нығыраҡ була. Вакцина яһатҡан кешеләрҙең коронавирусҡа ҡаршы матдәләре ярты йылдан һуң да юғары була. Ә тажлы үләтте вакцинаһыҙ кисергәндәрҙә был күҙәтелмәй. Шуға күрә тик вакцина яһатып ҡына беҙ был ҡурҡыныс ауырыуҙы туҡтата алабыҙ.
Уйҙырма. Кем коронавирус менән ауырып һауыҡҡан, уларға вакцина кәрәкмәй.
Прививканан баш тартырға кәңәш ителмәй. Ваҡыт үтеү менән антиесемдәр һаны кәмеүе сәбәпле, икенсегә йоҡтороу хәүефе янай. Һауыҡҡандан һуң организмығыҙҙы көслө иммунитет менән тәьмин итеү артыҡ булмаҫ. Сирләгәндән һуң барлыҡҡа килгән антиесемдәр һәр саҡта ла тәьҫирле түгел, организм көсһөҙләнгән булһа, вирус иммун ҡаршылыҡтарын урап үтә.
Уйҙырма. Вакцинацияның тәүге этабынан һуң иммунитет көсһөҙләнә һәм ковид-19 йоҡтороу хәүефе арта.
Вакцинацияның тәүге этабынан һуң бер нисә көн үткәс тә антиесемдәр барлыҡҡа килә башлай. Әммә һаҡлау көсө ныҡлы булһын өсөн, былар ғына етмәҫкә мөмкин, сөнки иммунитет саҡ формалаша башлай. Шуға күрә, беренсе һәм икенсе этап араһында сирләү ихтималлығы бар, әммә ул вакцинацияға тиклемге осорҙағы кеүек юғары түгел.
Уйҙырма. Прививканан һуң юғары температура – ул насар.
Был нормаль күренеш. Юғары температура һәм ауырыҡһынып тороу – ул организмдың аденовирус менән осрашыу реакцияһы. Температура күтәрелеүе бөтәһендә лә булмай, булһа ла бер нисә көндән үтеп китә.
Уйҙырма. Прививканан һуң температура күтәрелһә, уны төшөрөргә ярамай, улайһа иммунитет барлыҡҡа килмәй.
Үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, температураны төшөрә торған ғәҙәти дарыу эсергә мөмкин.
Уйҙырма. Әгәр ҙә кешенең аденовирусҡа ҡарата иммунитеты бар икән, вакцина тәьҫир итмәйәсәк, сөнки организм векторҙы тиҙ еңә һәм ковидҡа ҡаршы һаҡлау көсө булдырып өлгөрмәй.
Вакцинация ике этапта үткәрелә. Беренсе һәм икенсе компоненттарында төрлө аденовирустар ҡулланыла.
Уйҙырма. Прививка алдынан билдәләрһеҙ генә ауырыуҙы үткәреп йөрөмәйһеңме икәнлегеңде белер өсөн коронавирусҡа тест тапшырыр кәрәк.
Мотлаҡ түгел. Ауырыған ваҡытта вакцина һалдырыу һаулыҡҡа насар йоғонто яһамай, тик файҙаға ғына буласаҡ. Коронавирус менән симптомдарһыҙ сирләгән ваҡытта организм, ҡағиҙә булараҡ, минималь күләмдә антиесемдәр бүлеп сығара, шуға күрә сирҙе икенсегә йоҡтороу хәүефе ҙур түгел.
Уйҙырма. Хроник ауырыуҙары булғандарға һәм оло кешеләргә прививка яһатырға ярамай.
Бөтә вакциналар ҙа берҙәй тәьҫирле һәм хәүефһеҙ. Берҙән-бер шарт – вакцинаны хроник ауырыуҙың көсәйгән ваҡытынан тыш яһатырға кәрәк. Әлбиттә, прививка эшләтер алдынан дауалаусы табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Уйҙырма. Вакцина яһатҡандан һуң битлек кеймәһәң дә була.
Прививка 100 процент гарантия бирә алмай. Вакцина яһатҡан кешеләр ауырып киткән хәлдә лә, сирҙе еңел һәм симптомдарһыҙ үткәрә. Ундайҙар үҙҙәре лә һиҙмәйенсә, тирә-йүндәгеләргә йоҡторорға мөмкин, шуға күрә битлек кейеү, эпидемиологик сараларҙы күрергә кәрәк.
Уйҙырма. Прививка ауырыуҙың башҡа штамдарынан һаҡламай.
Вакцина вирустың башҡа штамдарына ла ҡаршы эффектив.
Уйҙырма. Вакцина репродуктив һаулыҡҡа кире йоғонто яһай һәм түлһеҙлеккә килтерергә мөмкин.
Репродуктив һаулыҡҡа зарар итмәй. Тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса кире эҙемтәләр күҙәтелмәгән. Шулай уҡ йөклө ҡатындар һәм имеҙеүсе әсәләр өсөн клиник һынауҙар үткәрелгән. Граждандарҙың был категорияһын яҡлау өсөн дә вакцина эшләтеү кәрәк.
Район үҙәк дауаханаһында вакцина яһатырға килгән яҡташтарыбыҙҙан ни өсөн прививка эшләтеүҙәрен һәм уны нисек кисереүҙәре хаҡында һораштыҡ.
- Беҙ ҡатыным менән ҡышын көслө генә ауырып алдыҡ, шуға күрә, был хәүефле сирҙән һаҡланыу өсөн вакцина яһатырға уйланыҡ. Бөгөн прививканың икенсе компонентын яһатырға килдек. Беренсеһенән һуң үҙебеҙҙе яҡшы тойҙоҡ. Әлбиттә, прививка кәрәк, - тинеләр оло ғына инәй менән бабай.
Вакцина яһатырға сират көткән халыҡты эмоциональ көсөргәнештән арындырып, шаян хәбәрҙәре менән әүрәтеп торған ағай ҙа: “Былтыр эштәгеләр менән күмәкләп ауырып алдыҡ. Белоретта госпиталдә яттым. Ысынлап та, ауырыу бар, кешеләр вафат булалар. Мир күргәнде күрәбеҙ инде. Бөтәһе лә вакцина яһатҡанда, нисек тыныс йөрөмәк кәрәк”, - тине.