Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Август 2021, 10:05

Күсмә вакцинация башланды

Районда күсмә вакцинация Ағиҙел биҫтәһенән баш алды. Күсмә ФАП янына йыйылған халыҡтан ни өсөн прививка яһатырға килгәндәрен һорашып алдыҡ.

Күсмә вакцинация башланды
Күсмә вакцинация башланды

Районда күсмә вакцинация Ағиҙел биҫтәһенән баш алды. Күсмә ФАП янына йыйылған халыҡтан ни өсөн прививка яһатырға килгәндәрен һорашып алдыҡ.

Вакцина эшләтеү кампанияһы башланған саҡта бик үк ышанып етмәһәләр ҙә, халыҡ яйлап булһа ла вакцина яһатыуҙың мөһимлеген аңлай башланы.
Исемен атарға теләмәгән апай ҙа үҙ теләге менән килгән.


- Вакцина тураһындағы төрлө фейктар ҡарап, аптыранып ултырманым. Үҙемдең һаулығымды ҡайғыртып килдем, - тине.
Гүзәл М. ҡырҙа ҙур ғына ойошмала эшләй.


-Имеш-мимештәргә ышанмайым, коронавирусҡа бәйле мәғлүмәттәр эҙләмәнем, вакцина яһатыуға риза һәм ҡаршы булғандарҙы тыңланым да, эшләтергә тигән ҡарарға килдем, - тине.
Ҡәҙриә, Наилә исемле буласаҡ студент ҡыҙҙар: “Ятаҡҡа тик вакцина яһатҡандар ғына урынлаша ала, шуға күрә эшләтергә булдыҡ, - тиҙәр.


Сират көткән ҡатын-ҡыҙҙар:
- Вакцина үтеү тураһындағы ҡағыҙың булмаһа, эштән ситләтергә мөмкиндәр бит. Балаларҙы үҫтерәһе, кредиттар түләйһе бар, тип килдек, - тиҙәр.


Әйткәндәй, Ағиҙел биҫтәһендә был көндә 9 кеше прививка эшләтергә килгән.
Ауырыуҙар тураһындағы статистик мәғлүмәттәргә иғтибар итһәк, вакцина яһатҡандарҙың коронавирус менән бик һирәк ауырыуын, йоҡторған хәлдә лә, еңел кисереүен күҙәтергә була.

Һаҡланыу сараларын онотмайыҡ. Ауырыған ваҡытта фейктар яҙып кеше ҡурҡытҡандар түгел, ә тап ковид сирлеләрҙе дауалаған, тәүлек әйләнәһенә битлек, костюмдарын сисмәгән табиптар ярҙамға киләсәк. Уларға ышанайыҡ. Битлек кейеп, вакцина эшләтеп, үҙебеҙҙе лә, табиптарҙы ла һаҡлайыҡ!

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: