Һуңғы мәғлүмәттәргә килгәндә, июлдә 151 кешелә ковид-19 диагнозы раҫланған. Улар араһында 14 йәшкә тиклемге 20 бала бар.
Һуңғы мәғлүмәттәргә килгәндә, июлдә 151 кешелә ковид-19 диагнозы раҫланған. Улар араһында 14 йәшкә тиклемге 20 бала бар.
2187 кеше вакцинаның беренсе компонентын, 1479-ы икенсе компонентын яһатҡан.
2 августа 10.00 сәғәттә Ағиҙел биҫтәһендә күсмә ФАП-та, 3 августа - Брәтәк, Аҫҡар, Исламбай, 4 августа - Ҡолғана, Килдеғол, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, 5 августа - Әбделмәмбәт, Яуымбай, 6 августа - Мәһәҙей, Һарғая, 9 августа - Иҫке Монасип, Яңы Монасип, 10 августа - Нәби, Тимер, 11 августа - Ғәлиәкбәр, Үрге Нөгөш (10.00 сәғәттә), Яңы Мөсәт, 12 августа - Яңы Собханғол, Иҫке Мөсәт, 13 августа - Байғаҙы, Яңы Усман, 16 августа - Әтек, 17 августа - Кейекбай, Мәндәғол, 18 августа - Ғәҙелгәрәй, 19 августа Ырғыҙлы, Ҡотан ауылдарында коронавирус инфекцияһына ҡаршы күсмә вакцинация үткәрелә.
Байназар, Мораҙым, Ҡурғашлы ауылдары халҡы Байназар амбулаторияһында вакцина яһата ала.
Хөрмәтле райондаштар! Районда санитар-эпидемиологик хәл бик киҫкен тора. Үҙебеҙҙең һаулығыбыҙға, тирә-йүндәгеләргә битараф булмайыҡ, табиптарға ярҙам итәйек – санитар нормаларҙы теүәл үтәйек.