Бөтә яңылыҡтар

Июлдең өс төп хәүефе

Район халҡын хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ, - тине берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенең өлкән диспетчеры Ә. Шәһивәлиев.

Июлдең өс төп хәүефе
Июлдең өс төп хәүефе

Район халҡын хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ, - тине берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенең өлкән диспетчеры Ә. Шәһивәлиев.

Район хакимиәтендә районда санитар-эпидемиологик хәл һәм вакцинация мәсьәләләренә арналған сираттағы брифинг үтте. Уны район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғ. Хәлитов алып барҙы.

Район үҙәк дауаханаһының табип-эпидемиологы Ю. Коробчанский биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, коронавирус менән сирләү осраҡтары 37-гә еткән, үткән аҙна менән сағыштырғанда 3 осраҡҡа күберәк. 1 июндән алып 206 кеше сирләгән. Июлдә генә 93 кешегә ковид-19 диагнозы ҡуйылған.


Ул вакцинацияның мөһимлеге хаҡында, уның хәүефле сирҙән аяусы берҙән-бер һаҡлау сараһы булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтте. 22 июлгә ҡарата районда 2066 кеше прививка яһатҡан.


“Бөрйән урмансылығы” бүлегенең урманды һаҡлау һәм яҡлау буйынса инженеры К. Ҡурамшин район биләмәһендәге урман янғындары тураһында һөйләне. 22 июлгә ҡарата Бөрйән биләмәһендә 20 урман янғыны теркәлгән. Янғындан зыян күргән урмандарҙың дөйөм майҙаны 412 гектар тәшкил иткән. 10 янғын халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, 10-ауһы – йәшен арҡаһында сыҡҡан. Янғындарҙы һүндереүҙә 313 кеше һәм 120 берәмек техника ҡатнашҡан. Халыҡ урманға сыҡҡанда һаҡ булһын, һиҙгерлеген юғалтмаһын ине, тине ул үҙ сығышында.
Көндәрҙең эҫе тороуына, отпускыларға, каникулға бәйле халыҡтың күбеһе һыу буйҙарында ял итә.


- Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып республикала һыуға батып үлеүселәр һаны арта. Кешеләрҙең күпләп һыуҙа батыу осраҡтары тап июль айына тура килә.
Төп сәбәптәр – махсус ҡулайлаштырылмаған урындарҙа, иҫерек килеш һыу инеү, физик мөмкинлектәрҙе баһалап еткермәү, үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәмәү, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.


Район халҡын хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ, - тине берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенең өлкән диспетчеры Ә. Шәһивәлиев.

Июлдең өс төп хәүефе
Июлдең өс төп хәүефе
Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: