Бөтә яңылыҡтар

ЙӘШЕНГӘ БӘЙЛЕ ФАЖИҒӘ ТЕРКӘЛГӘН

Кисә Ауырғазы районының Кесе Нуғаҙаҡ ауылы янында йәшен утына бәйле фажиғә булған.

Кисә Ауырғазы районының Кесе Нуғаҙаҡ ауылы янында йәшен утына бәйле фажиғә булған.
Ҡапыл ғына күпереп килеп сыҡҡан болоттарға, ғәҙәттә, артыҡ аптырамайбыҙ. Ә был юлы йәшене лә булған һәм ул 53 йәшлек ҡатынға тейгән. Улар ире менән урманда миндек әҙерләпй өрөгән булғандар.
Көслө йәшен уты ирҙе ситкә алып ташлай. Иҫенә килгән ир ҡатынының хәрәкәтһеҙ ятҡан кәүҙәһен күреп ҡала. Үҙенсә ярҙам да итеп ҡарай, ләкин файҙаһыҙ. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә ҡатындың үлемен теркәүҙән башҡа сара ҡалмай.
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: