Бөтә яңылыҡтар

Бөрйәндәр ҡан тапшырҙы

Райондан 148 кеше ҡан тапшырып, кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыуға өлөш индергән.

Райондан 148 кеше ҡан тапшырып, кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыуға өлөш индергән.
Донъяла секунд һайын донор ҡаны талап ителә. Ул йыл һайын миллионлаған кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала. 8 һәм 9 июнь көндәре район үҙәк дауаханаһында Республика ҡан тапшырыу станцияһы эшләне.

Райондан 148 кеше ҡан тапшырып, кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыуға өлөш индергән.

Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, район үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллин, район үҙәк дауаханаһының баш шәфҡәт туташы Г. Йәнғәлина иң тәүгеләрҙән булып ҡан тапшырҙы. Почетлы донор исемен йөрөткән Нина Быкова ла, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, донорлыҡ бурысын үтәп ҡуйҙы.

-Ҡанды тапшырыр алдынан һәр кем терапевҡа күренде, лабораторияла анализ бирҙе. Ҡан баҫымы, гемоглобины һәм башҡа күрһәткестәре нормала булғандар ғына ҡан биреүгә рөхсәт алдылар. Теләүселәр күп булды, ләкин сәләмәтлек мөмкинлеге һәм ваҡыттың самалы булыуы сәбәпле, барыһынан да ҡабул итә алманылар. Шулай ҙа мәрхәмәтле кешеләрҙең күп булыуы ҡыуаныс, – тине баш шәфҡәт туташы Гөлирә Рәүф ҡыҙы.

Ҡан һәм уның компоненттарын тапшырған көндә кешегә ял бирелә. Өҫтәмә ял көнө, теләк буйынса, йыллыҡ отпускыға ҡушыла. Уны шулай уҡ башҡа ваҡытта ла файҙаланырға мөмкин. 40 тапҡыр ҡан, тромбоцит йәки 60 мәртәбә плазма тапшырғандарға «Рәсәйҙең почетлы доноры» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Читайте нас: