Бөтә яңылыҡтар

Сәбәп - һаҡланыу сараларын үтәмәү

- Сирләүселәр араһында 13 йәшлек үҫмер ҙә бар.

- Сирләүселәр араһында 13 йәшлек үҫмер ҙә бар.
Район хакимиәтенең сираттағы брифингында ике мәсьәлә ҡаралды: райондағы
санитар-эпидемиологик хәл һәм балаларҙың йәйге ялын ойоштороу.
Тәүгеһе буйынса район үҙәк дауаханаһының табип-эпидемиологы Ю. Коробчанский сығыш яһаны.

-Июндең 4-енән 11-енә тик-лем районда коронавирус менән сирләүҙең 16 осрағы теркәлде. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда, сир 8 тапҡырға артҡан. Бының сәбәбе – һаҡланыу сараларын үтәмәү. Әтек ауылы кешеләре ҡатнашҡан туйҙа бер ковид сирле булған һәм шунан таралған да инде. Сир йоҡторғандарҙың береһе лә вакцина яһатмаған булған. Шул рәүешле кеше үҙенең генә түгел, яҡындарының да сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуя.
Әле 6 сирле Белоретта, ҡалғандары амбулатор дауалана.

Пневмонияның да 6 осрағы теркәлде. Тикшергәндән һуң, 4 сирленең диагнозы коронавирус итеп үҙгәртелде. Улар Белоретта дауа ала.
58 кеше киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән сирләгән. Шуларҙың 26-һы балалар.

Ошоларҙан сығып, тағы бер тапҡыр вакцина тураһында әйтке килә: үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡларға теләһәгеҙ, вакцина яһатыу – берҙән-бер ышаныслы юл.
Әле районда 1060 кеше вакцина һалдырған. План буйынса 6010 өлкән кеше прививка яһатырға тейеш. Бары шунда ғына коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк. Һуңғы ваҡытта был сир менән балалар ҙа ауырый башланы. Бары тик вакцина ғына ҡотҡара аласаҡ беҙҙе был бәләнән, - тине Юрий Николаевич.

Брифингты алып барыусы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева:
- Сирләүселәр араһында 13 йәшлек үҫмер ҙә бар. Сир ныҡ ҡуҙғып китте. Әтектә кеше күп ҡатнашҡан сараларҙы үткәреүҙән тыйылып торорға тәҡдим итәбеҙ. Йәнә Мәндәғол, Иҫке Мөсәт, Иҫке Собханғол ауылдарында сирләүселәр бар. Шуға күрә битлектәр ке-йеп йөрөү, ғөмүмән, барлыҡ һаҡланыу сараларын теүәл үтәү мөһим, - тине.
Балаларҙың йәйге ялы тураһында “Ағиҙел” ял һәм сәләмәтләндереү лагеры директоры А. Ишкилдин һөйләне.

- “Ағиҙел” лагеры эшмәкәрлеген дауам итәсәк. Хәҙер санитар талаптар үҙгәрҙе, көсәйтелде. Шул талаптарҙы иҫәпкә алып, байтаҡ үҙгәрештәр индерҙек һәм рөхсәт алдыҡ. Ошо арала лагерь эшен башлаясаҡ.
Әле юлламалар буйынса һорауҙар күп. Бер балаға бы-йыл лагерҙа ял итеү хаҡы – 18 950 һум 40 тин. Башҡа яҡтарҙа хаҡтар 24-30 мең тирәһендә. Элек тулы хаҡтың 90 процентын хөкүмәт ҡаплай, ата-әсәләр 10 процентын ғына түләй ине. Хәҙер хөкүмәт 70 процентын ҡаплай, ата-әсәләр – 30 процентын. Был 5 685 һум 12 тин килеп сыға.
Ләкин кешбэк тигән яңы программа буйынса, ата-әсә 18 950 һум 40 тинде түләһә, 4-5 көн эсендә уларға ошо сумманың 50 проценты кире ҡайтарыла. Республика йәнә 30 процентын ҡаплай. Һөҙөмтәлә, түләү 3 790 һум килеп сыға, - тине Азат Әхәт улы.
Әгәр ҙә һорауҙар килеп тыуһа, мәғариф бүлегендә Ә. Сафинанан, шулай уҡ лагерҙың сайттарында яуап алырға мөмкин.
Читайте нас: