Бөтә яңылыҡтар

5 көндә – 16 сирле

Яңы коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышы үтте.

Яңы коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса
оператив штабтың сираттағы ултырышы үтте.
Коронавирусҡа бәйле хәл районда тотороҡло тип әйтеп булмай. 4 июндән 9 июнгә тиклемге ваҡыт арауығында, 5 көн эсендә, районда 16 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған. Инфекцияның төп сығанағы – райондан ситкә туйға барған Әтек ауылы кешеләре.

Әгәр ай башына был сирҙең 2 осрағы ғына теркәлһә, 5 көндә 16-ға барып еткән. Сир ҡапыл артып киткән.
Бөтә был хәлдәр вакцина яһатыуҙың мөһимлеген йәнә бер тапҡыр дәлилләй. Иртәме-һуңмы, барыбер ҙә вакцина яһатырға тура киләсәк. Ләкин һуңлап ҡуймауыбыҙ шарт...
Әтек, Мәндәғол, Иҫке Мөсәт ауылдарында халыҡ күп йыйылған сараларҙы үткәреү кисектерелеп торолорға те-йеш, тинеләр ултырышта.

Ойошма, учреждение, предприятиелар етәкселәрен коллективтарында барлыҡ санитар-эпидемиологик сараларҙы теүәл үтәргә (битлек, термометрия һ.б.), ковидҡа ҡаршы инспекторҙарҙың эшен йәнләндерергә, район буйынса эске эштәр бүлексәһенә халыҡ араһында битлек режимын һаҡлауға контролде көсәйтергә, ирекмәндәргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары һәм дарыуҙар ташыу буйынса эште тергеҙергә тәҡдим ителде.

Ҡыҫҡаһы, барыбыҙға ла тейешле ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә (кеше күп йыйылған урындарға йөрөмәй торорға, битлекһеҙ йәмәғәт урындарына бармаҫҡа, дистанция һаҡларға, ҡулдарҙы антисептиктар менән эшкәртергә йәки кер һабыны менән ныҡлап йыуып торорға һ.б.) кәрәк.

Хөрмәтле райондаштар! Сир сигенергә уйламай. Беҙҙең тейешле ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүебеҙҙе көтөп кенә тора ла, яңынан атакаға ташлана. Хәҙер инде аңлатып тороу кәрәкмәй - был дошман бик мәкерле һәм аяуһыҙ. Шуға, теләһәк тә, теләмәһәк тә, һаҡланыу ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа, уларҙы теүәл үтәргә кәрәк буласаҡ. Ә уларҙың иң ышаныслыһы – вакцина.
Именлегебеҙ үҙ ҡулыбыҙҙа.
Читайте нас: