Бөтә яңылыҡтар

Көн тәртибендә - коронавирус, вакцинациялау, хәүефһеҙ йәйге ял

Әлеге көнгә тиклем үҙәк дауаханаға 1620 доза өс төрлө вакцина килгән: спутник, эпиваккорона, ковиваккорона.

Әлеге көнгә тиклем үҙәк дауаханаға 1620 доза өс төрлө вакцина килгән: спутник, эпиваккорона, ковиваккорона.
Яңы коронавирус инфекцияһына бәйле, район хакимиәтендә аҙна һайын ойошторолоп килгән онлайн-брифингтың сираттағыһында, райондағы санитар-эпидемиологик хәлгә анализ яһап, район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Илнур Иманғолов үтеп киткән аҙнала йәнә 3 кешенең коронавирус менән сирләүе асыҡланыуы хаҡында әйтеп үтте. Пандемия башланғандан алып ра-йонда 147 кешелә ковид раҫланған. 3 кеше вафат булған, 142 кеше һауыҡҡан. Быйылғы йыл башынан был диагноз 73 кешегә ҡуйылған.

Аҙна эсендә пневмонияның да ике осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып 373 кеше был сир менән сирләгән. 10 кеше уның ҡорбаны булған. 361 кеше һауыҡҡан. Әле 2 кеше Белоретта дауалана.

Пандемия башланғандан алып районда йәшәүсе 5837 кеше киҫкен респираторлы вируслы инфекция йоҡторған. Үтеп киткән аҙнала ғына ла 115 кеше ошо сир менән медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 61-е – балалар.

Беҙҙең районға быйыл 6710 кешегә вакцина яһау планы еткерелгән. Әлеге көнгә тиклем үҙәк дауаханаға 1620 доза өс төрлө вакцина килгән: спутник, эпиваккорона, ковиваккорона.
1002 кеше вакцинаның тәүге компонентын, 676 кеше ике компонентын да алған. Әле 618 доза бар.

- Һуңғы арала вакцина яһатыу темптары кәмене. Райондаштарҙы сәләмәтлектәренә иғтибарлыраҡ булырға саҡырам.
Йәнә халыҡҡа шуны белдергем килә - 8-9 июндә Өфөнән ҡан алырға табиптар бригадаһы килә. Поликлиникаға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Донорҙарға аҡса һәм ике ял көнө бирелә: ҡан биргән көндә улар эштән бушатыла һәм отпускыларына бер көн өҫтәлә. Бынан тыш, донорҙарға йылы сәй эсереү ҙә ойошторола, - тине, Илнур Таһир улы.

Артабан мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Сәйфетдинов балаларҙың йәйге ялын ойоштороу хаҡында әйтеп үтте.

- Балаларҙың йәйге ялы буйынса расписание бар ине. Ләкин, пандемияға бәйле, яңы санитар нормативтар барлыҡҡа килде, үҙгәрештәр булды. Рос-потребнадзор тикшереү үткәреп, ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе асыҡланы. Әле шуларҙы бөтөрөү бу-йынса эш алып барабыҙ. 8 мәктәп яны лагеры эш башланы. Һығымталар алынғас, ҡалғандары буйынса ла ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, - тине Илшат Ғаяз улы.

Иҫке Собханғол мәктәбе базаһында йәйге химия мәктәбе эшләйәсәк. Унда 20 бала шөғөлләнәсәк һәм ял итәсәк. Уларға ситтән килгән уҡытыусылар белем бирәсәк.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, брифингты алып барыусы Венера Фәрит ҡыҙы:
- Коронавирус менән ауы-рыусылар бар әле. Шуға тынысланырға иртәрәк. Вакцина һалдырыуға битараф булмаҫҡа саҡырам. Поликлиникала вакцинаны ял көндәрендә лә һалдырырға мөмкин.

Бынан тыш, барығыҙҙың иғтибарын балаларҙың хәүефһеҙлегенә йүнәлткем килә. Балалар велосипедта елдергәндә, урамда уйнағанда ҡолаҡтарына наушниктар кейеп йөрөйҙәр. Бының хәүефле икәнен балаларығыҙға аңлатығыҙ, ата-әсәләр. Йәнә урманда ял иткәндә талпандан һаҡланыу зарур икәнен иҫкәртеп торорға кәрәк. Һыу ингәндә лә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү бик мөһим. Әйткәндәй, ра-йон үҙәгендә пляж рәсми рәүештә асылды, унда тикшереү үтте. Һыу инеү урыны тейешле талаптарға яуап бирә, - тине.
Читайте нас: