Бөтә яңылыҡтар

Ҡымыҙ еҫе аңҡый Бешәкелә

Эй, йәйҙәрҙең йәмлелеге! Ямғыр юҡ, тип тормай, үләндәр баш ҡалҡытты, сәскәләр ҡояшҡа йылмайҙы, ҡоштар бала сығарҙы... Ә һауа һуң әле! Ошо хозур миҙгелдең барлыҡ шифаһын, татын үҙенә йыйған бит ул ҡымыҙ. Бешәке йәйләүенә яҡынлашыуға уҡ күңелде әллә ниндәй моң, рәхәтлек, илаһилыҡ сорнап алғандай. Ә йәйләү һауаһы тотошлайы менән ҡымыҙ еҫенән генә торғандай. Арыраҡ саңдауҙа торған йылҡылар тыныуын да, төтөн еҫен дә тәм итә был һауа.

Эй, йәйҙәрҙең йәмлелеге!
Ямғыр юҡ, тип тормай, үләндәр баш ҡалҡытты, сәскәләр ҡояшҡа йылмайҙы, ҡоштар бала сығарҙы... Ә һауа һуң әле!
Ошо хозур миҙгелдең барлыҡ шифаһын, татын үҙенә йыйған бит ул ҡымыҙ. Бешәке йәйләүенә яҡынлашыуға уҡ күңелде әллә ниндәй моң, рәхәтлек, илаһилыҡ сорнап алғандай. Ә йәйләү һауаһы тотошлайы менән ҡымыҙ еҫенән генә торғандай. Арыраҡ саңдауҙа торған йылҡылар тыныуын да, төтөн еҫен дә тәм итә был һауа.
Хәйбуллиндарҙың ҡымыҙ йәйләүендә был хозурлыҡ. 2009 йылдан алып бейә бәйләп, ҡымыҙ етештереү менән булышҡан уңғандар йәйләүгә 13-сө йыл рәттән сыҡҡандар. Быйылғы миҙгелдә эш башлауҙары яңы ғына булһа ла, ҡайҙан белә һалғандар, тиһең, тәүге көндөң ҡымыҙын һыпырып алып та бөткәндәр.

2018 йылда йәйләүҙәге өйҙәр яңыртылған, ултырған урындары ла үҙгәргән. Матур, бөхтә итеп эшләнгән ике өйҙө уртаҡ солан берләштерә. Бер яғында йылҡы көтөүсе Вилдан Вәлиев (уңдағы һүрәттә)кәләше Гүзәл менән йәйләйҙәр, икенсе яғы - ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәй эсеү, ял итеү һәм ҡымыҙ бешеү урыны.

Йәйләүгә күсер алдынан өйҙәрҙе матур итеп йыуып, буяп, тәртипкә килтергәндәр.

Әлеге ваҡытта йәйләүҙә 16 бейә һауыла. Өс һауынсы: Альбина Хәйбуллина, колхоз мәлдәрендә үк ҡымыҙ бешкән Рәмзиә Ҡарасурина һәм йәйләү башланғандан алып ошо шөғөл менән булышыусы Айһылыу Ямғурсина (һүрәттә) Яуымбайҙан йөрөп эшләйҙәр.

-Былтыр августың 31-енә тиклем ҡымыҙ бештек, быйыл да шуға иҫәп тотабыҙ. Июнь аҙаҡтарына йәнә өс бейә ҡолонларға тейеш. Ямғырҙар яуып алһа, һөт тағы ла артыр тип көтәбеҙ. Әле уртаса һауым көнөнә 50 литр тирәһе, - тиҙәр ҡатын-ҡыҙҙар.

Ожмахтай тәбиғәт ҡосағында эшләйбеҙ, ял итергә лә ваҡыт етәһе, тип ҡыуана улар.

Һаумал ҡымыҙ еҫе аңҡыған йәйләү юлынан автомобилдәр өҙөлмәй. Беҙ барған арала ла ҡымыҙ алып киттеләр, ҡаршыбыҙға ла осранылар.

Ҡымыҙ етештереүселәр әсе тирҙәре тамған хеҙмәт емешен һатып, башҡалар йәй тәм иткән шифалы эсемлекте алып ҡыуанһын.
Читайте нас: