Бөтә яңылыҡтар

Тажзәхмәткә бирешмәҫкә иҫәбе

Мәҡәләм геройын - 92-се йәшен ҡыуыусы Рәхимйән Байназаровты йәшелсә баҡсаһында тап иттем.

Мәҡәләм геройын - 92-се йәшен ҡыуыусы Рәхимйән Байназаровты йәшелсә баҡсаһында тап иттем.
Һуған түтәлен утау менән булыша ине. Хәл-әхүәлен һорамаһам да, күренеп тора – зиһене салт, атлап йөрөүҙәре – “егеттәрски”. Еңел генә сүкәйеп ултыра, ыһ та итмәй тороп баҫа.
1930 йылдың 13 февралендә донъяға килгән Рәхимйән Мөхәмәдйән улына бер быуатҡа яҡын ғүмерендә тормоштоң һәр төрлөһөн татырға тура килгән: аслығын да, яланғаслығын да, һуғыш йылдарындағы йотлоҡто ла...

- Эшләмәгән эш ҡалманы инде. Урман хужалығында, унан, МТС асылғас, шунда комбайнда тир түгелде. Үҙ ғүмеремдә 9 ауылда пилорама ултыртыштым. Аҙаҡ 23 йыл нефтебаза системаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Шөкөр, 32 йыл пенсия ашайым.

Ҡайһы саҡ ауырыҡһынып ятып алһам да, кире тора һалам, тән ҡатмаһын, тейем. Бына ошолай ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарыу үҙе дауа бит ул.
Һаулыҡҡа ла артыҡ зарланмайым былай. Анауы коронавирус тигән нәмәгә ҡаршы укол да һалдырҙым әле, - ти тәү ҡарауға 70 йәштән артыҡты биреп тә булмаған Рәхимйән бабай.
-Коронавирус менән ауырығайнығыҙмы әллә? – тип һораным.

-Юҡ, ауырыманым. Шул ауырымаҫ өсөн һалдырҙым инде. Больницала эшләүсе киленем тәҡдим иткәйне, барҙым да һалдырҙым. Икеһен дә алдым. Бер ниндәй ҡыйынлыҡ, ауырлыҡ тойманым. Хатта һикәлтәләренән йүгереп төшөп киткәйнем, медиктар көлөп ултырып ҡалғандар, - тип йылмая әңгәмәсем.

Әйткәндәй, Байназар ауылының б
иръяғында - Истамкин яғында йәшәүсе Рәхимйән Мөхәмәдйән улының тоғро юлдашы – “тимер аты” ла бар. Байназарҙың арғы яғына йомошо төшһә, велосипедына атлана ла елдерә.
-Күперҙе сыҡҡас, шунда күпер төбөнә һөйәп китәм. Минең велосипедты барыһы ла танып тора. Эшемде эш итеп бөткәс, кире атланып ҡайтып китәм, - тип ихлас һөйләй әңгәмәләшем.
Эйе, һәр кемдең иң ҙур байлығы - һаулығы үҙ ҡулында. Унынсы тиҫтәһен ҡыуыусы тыл ветераны Байназаров Рәхимйән Мөхәмәдйән улының терегөмөш кеүек хәрәкәтсәнлеге, тормошҡа оптимизм менән ҡарауы, донъяны ялмап алып барған тажзәхмәткә ҡаршы ла тәүгеләр рәтендә көрәшкә күтәрелеүе күптәргә үрнәк булырлыҡ.
Читайте нас: