Бөтә яңылыҡтар

Сирҙең йәшәрә барыуы һиҫкәндерә

Коронавирусты һәм пневмонияны иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы онлайн-брифингты район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы В. Вәлиева алып барҙы.

Коронавирусты һәм пневмонияны иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы онлайн-брифингты район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы В. Вәлиева алып барҙы.
Бөгөнгө көндә районда санитар-эпидемиологик хәлдең һәм вакцинациялауҙың торошо хаҡында район үҙәк дауаханаһының табип-эпидемиологы Ю. Коробчанский һөйләне. Ул биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, үткән аҙнала коронавирус менән бер кеше сирләгән. Ул Белорет ҡалаһында ваҡытлыса йәшәй һәм шунда кәрәкле медицина ярҙамы ала. Пневмония менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән, әммә киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән сирләүселәр һаны артҡан. Алдағы аҙнала дауаханаға 41 кеше мөрәжәғәт итһә, был аҙнала - 56 кеше. Сир ололар араһында - 11, балалар араһында 35 процентҡа артҡан.

- Коронавирустың йәшәрә барыуы һиҫкәндерә, мәктәп йәшендәге балалар йыш ауырый башланылар. Шуға күрә барлыҡ иҫкәртеү сараларын теүәл үтәргә кәрәк.
Бөгөнгө көнгә районда 937 кеше вакцина яһатҡан. Был пландың 14 проценты. Ә, белеүегеҙсә, коллектив иммунитет булдырыу өсөн халыҡтың 65 проценты прививка эшләтергә тейеш.
Прививка кабинеты ялдарһыҙ һәм байрам көндәрһеҙ эшләй. Теләүселәр үҙҙәренә уңайлы ваҡытта вакцина яһата ала, ауылдарға сығыу ҙа ойошторолған, - тине Ю. Коробчанский.

- Әлеге ваҡытта район ауылдары буйлап дауахана белгестәре ике йүнәлештә йөрөйҙәр. Шул уҡ ваҡытта ойошма-учреждениеларҙа аңлатма эштәре алып барыла. Бер йыл элек, ҡасан ғына ошо ауырыуҙы еңә алырлыҡ сара уйлап табыла инде, тип борсола инек. Һорауыбыҙ ҡәнәғәтләндерелгән – вакцина уйлап табылған. Хәҙер һеҙҙең теләк кенә кәрәк. Йәй көнө районға күпләп туристар ағыла башлай, ошо ваҡытта айырыуса һаҡланыу зарур, - тине В. Вәлиева.

Артабан брифингта 5 июнь көнө Күҙәмбәт яланында үтәсәк һабантуй тураһында “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры А. Шәрипов һөйләне. Ул һаҡланыу саралары тураһында онотмаҫҡа саҡырҙы.

Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе башлығы Р. Шахниязов махсус урындарҙа ғына һыу инеү кәрәклеге тураһында әйтеп үтте.
Әлеге ваҡытта өс урындан һыу һәм ҡом алынып, анализға ебәрелгән. Иҫке Собханғолдағы ике күпер араһындағы һыу инеү урынын водолаздар килеп таҙартҡан.

-Балалар күперҙән ырғымаһындар ине. Административ комиссия йөрөйәсәк, штраф һалынасаҡ. Балаларҙың хәүефһеҙ ялы – ата-әсә иңендә. Төрлө урындарҙа түгел, ә тик махсус һыу инеү урындарында ғына һыу инеү мотлаҡ, - тине Р. Шахниязов.
Читайте нас: