Бөтә яңылыҡтар

УҪАҠТЫҢ ШИФАҺЫ ҘУР

Ҡолғана ауылында йәшәүсе уҡытыусы-пенсионер Зилара Мөлөкова дарыу үләндәре тураһында бик күп мәғлүмәткә эйә. Мәҫәлән, ябай ғына уҫаҡ иҫ китмәле шифаға эйә икән.Был турала – артабан...

Ҡолғана ауылында йәшәүсе уҡытыусы-пенсионер Зилара Мөлөкова дарыу үләндәре тураһында бик күп мәғлүмәткә эйә. Мәҫәлән, ябай ғына уҫаҡ иҫ китмәле шифаға эйә икән.Был турала – артабан...

Уҫаҡ ҡайырын май айында алып ҡалырға кәрәк. Йәш уҫаҡтарҙан бысаҡ менән ипләп кенә һыҙырып алабыҙ, ваҡлайбыҙ ҙа киптерергә һалабыҙ.
Уҫаҡҡа мәдхиә! Уҫаҡ- Аллаһы Тәғәләгә бер туҡтауһыҙ тәсбих әйтеп ултырған берҙән- бер ағас! Елһеҙ көндә лә уның япраҡтары бер туҡтауһыҙ леперләй: лепер- лепер!

Иң таҙа һыу ҙа уҫаҡтан бураһы булған ҡоҙоҡта ғына була. Уҫаҡ - ҡара энергияны юҡ итә алыусы ағас. Шуға ла уҫаҡ урманында йөрөп ҡайтҡандан һуң еңеллек һиҙәһең. Уҫаҡ һиндәге ауырыуҙарҙы, бысраҡ энергияны, һурып ала, таҙарта, ә янындағы ағастар: ҡарағай, ҡайын һине яңы таҙа энергия менән тулыландыра! Бына ниндәй ҡөҙрәткә эйә ул уҫаҡ!

Ә ҡайыры түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:
- бөтә төр үпкә ауырыуҙарынан, хатта сыҡмай ыҙалатҡан ҡаҡырыҡты ла ҡыуып сығара( араҡыға һалып төнәтелгәне, сәйе лә);
- мигрень, мастопатия;
- бәүел тотмауҙан, цистит, нефрит;
- панкреатит, диабет;
-ревматизм
- колит.
Шифаһы тейһен!
Читайте нас: