Бөтә яңылыҡтар

Ауыр йөк машиналары хәрәкәтенә сикләү индерелде

2021 йылдың 25 майынан 31 авгусына тиклем Өфөлә ауыр йөк ташыған транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә. Һауа температураһы 32 градустан юғары булһа, йөк машиналарына киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем генә йөрөргә рөхсәт ителә.

Ҡарар көндәрҙең эҫе тороуына бәйле ҡабул ителде, сөнки асфальт йылына. Был иһә, үҙ сиратында, ауыр транспорт йөрөгәндә юлдарҙың боҙолоуына килтереүе мөмкин.

Хәҙер ҡала хеҙмәттәре асфальттың өҫтөн һыуытыу буйынса саралар күрә. Һыу һиптереү-йыуыу машиналары көсәйтелгән режимда эшләй. Һыу һиптереү юл япмаһының артыҡ боҙолоуына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә.

“Башинформ”дан алынды.
Читайте нас: