Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
27 Апрель 2021, 09:10

Вакцина яһатыусылар арта

507 райондашыбыҙ вакцинаның 1-се компонентын яһатҡан, 300 кеше ике компонентын да алған.

507 райондашыбыҙ вакцинаның 1-се компонентын яһатҡан, 300 кеше ике компонентын да алған.
Коронавирусты һәм пневмонияны иҫкәртеүгә, башҡа көнүҙәк мәсьәләләргә арналған сираттағы брифингта район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Илнур Иманғолов килтергән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, үткән аҙнала районда тағы 2 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған. Унан алдағы аҙнала бер осраҡ та булмағайны. Йыл башынан был сир менән районда 68 кеше ауырыған. Пандемия башланғандан алып коронавирус диагнозы 142 кешелә раҫланған. Әле 5 кеше дауалана: 1 сирле дауаханала, 4 кеше амбулатор дауа ала. 134 кеше һауыҡҡан.

Үткән аҙнала пневмония диагнозы 4 кешегә ҡуйылған. Йыл башынан - 59, ә пандемия башланғандан алып 368 кеше ауырыған. Әле 9 сирле дауалана: 2-әү дауаханала, 7-әү амбулатор дауа ала. 349 кеше һауыҡҡан.

Киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән ауырыған 98 кеше үткән аҙнала медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Йыл башынан 2125 кеше сирләгән.
Илнур Таһир улы коронавирустан вакцинациялау тураһында ла әйтеп үтте. Әлеге көнгә тиклем районға 940 доза вакцина килтерелгән. 507 райондашыбыҙ вакцинаның 1-се компонентын яһатҡан, 300 кеше ике компонентын да алған.

Һуңғы ваҡытта район үҙәк дауаханаһы белгестәре ауылдарға сығып вакцина яһай башлаған. Мәҫәлән, бөгөн, 27 апрелдә, улар Исламбай, Аҫҡар ауылдарында халыҡты ҡабул итә. Иртәгә, 28 апрелдә, Ғәҙелгәрәйгә сығасаҡ.

- Поликлиникаға прививкалар яһау менән булышырға айырым медсестра алдыҡ. Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә лә вакцина яһатырға мөмкин. Коронавирустың артыуы көтөлә. Шуға күрә мәлендә прививка яһатып ҡуйырға саҡырабыҙ, - тине И. Иманғолов.

Артабан ташҡын мәсьәләһе буйынса мәғлүмәт тыңланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес Илһам Шәкиров үткән аҙнала Брәтәк йылғаһы аша күпер менән проблема килеп сығыу арҡаһында уның ваҡытлыса ябылып тороуы һәм мәсьәлә хәл ителеү менән кире асылыуы хаҡында әйтеп үтте.

- Көндәр һыуытып торғас, йылғаларҙа һыу кимәле түбәнәйҙе. Ләкин әле тауҙарҙа ҡар байтаҡ. Ямғырҙар ҙа ҡушылып китһә, йылғаларҙа һыу яңынан күтәрелеүе ихтимал. Шуға күрә уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырам, - тине Илһам Самат улы.

Брифингты район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Венера Вәлиева алып барҙы һәм, йәйге осорҙа районға туристар ағымы көсәйеүен дә иҫәпкә алып, вакцина яһатыуға етди ҡарарға саҡырҙы.
Читайте нас: