Ҡан. “Башҡорт теленең һүҙлеге”ндә ҡан тураһында “күҙәнәктәрҙе туҡландырып, тән буйлап йөрөгән ҡыҙыл шыйыҡса” тип аңлатма бирелгән. Беҙ уның хаҡта уйлап та бирмәһәк тә, ҡан кеше ғүмере өсөн бик мөһим. Уйлап ҡарағыҙ әле, ҡаныбыҙ бөтһә, йә уны күп юғалтһаҡ, ни эшләйбеҙ?
Ҡан
ғына, тимәгеҙ
Ҡан. “Башҡорт теленең һүҙлеге”ндә ҡан тураһында “күҙәнәктәрҙе туҡландырып, тән буйлап йөрөгән ҡыҙыл шыйыҡса” тип аңлатма бирелгән. Беҙ уның хаҡта уйлап та бирмәһәк тә, ҡан кеше ғүмере өсөн бик мөһим. Уйлап ҡарағыҙ әле, ҡаныбыҙ бөтһә, йә уны күп юғалтһаҡ, ни эшләйбеҙ?
Ҡан тураһында халыҡ мәҡәл-әйтемдәре лә тиккә генә күп түгел.
Ата-бабам баҡҡан ер – кендек ҡаным аҡҡан ер, байҙың малы – ярлының ҡаны, батыр уртаҡ, бей уртаҡ – береһе илгә дан сәсә, икенсеһе ҡан сәсә, бүре ҡанға туймаҫ, бүренең ауыҙы ашаһа ла ҡан, ашамаһа ла ҡан, донъя малы – дуңғыҙ ҡаны, етем быҙау аҫыраһаң - ауыҙың-мороноң май булыр, етем бала аҫыраһаң - ауыҙың-мороноң ҡан булыр, йән тартмаһа, ҡан тартмай, туғанды йән тартмаһа ла ҡан тарта, әҙәм ҡаны атлатмай, битендә ҡаны юҡ (оятһыҙ, намыҫһыҙ), ҡаным ҡайнаны (асыуланыу), ҡан ҡыҙыу (ҡуҙғыу, ярһыу), ҡан ҡатышыу (туғанлашыу) һ.б.
Күреүегеҙсә, халҡыбыҙ “ҡан“ һүҙенә тыуған ер, туғанлыҡ, яҡынлыҡ, ҡомһоҙлоҡ, һуғыш-яу, ҡырғын һ.б. төшөнсәләрен дә һалған.
Ҡан тапшырыу тарихынан
1930 йыл урталарынан СССР-ҙа ҡан тапшырыуҙың рәсми версияһы булдырыла башлай. Уны ошо технологияны медицинаға индереүселәр яҙа.
1935 йылда С. И. Спасокукоций ҡан тапшырыу, ҡан биреүгә ҡыҫҡаса хрестоматик байҡау яһай: нисек итеп Медеяның Пелиасҡа ҡан биргәненән алып шул заманғаса булған ваҡиғаларҙы. Советтарғаса Рәсәйҙә Вольф үлеп барған бала табыусыға ҡан бирҙертә (1832 ), Соколов - холера менән сирле кешегә (1847 ).
1940 йылда “Ҡан биреү буйынса ҡулланма” донъя күрә (авторҙары В. Н. Шамов һәм А. Н. Филатов).
1960-1980 йылдарҙа ҡан тапшырыуҙа юғары уңыштарға өлгәшелә.
Донорлыҡ –
изге миссия
20 апрелдә Рәсәй донор-ҙары көнө билдәләнде. Был тарихҡа барып тоташа – 1832 йылдың 20 апрелендә Петербург акушеры Андрей Вольф Ватан тарихында беренселәрҙән булып бала тапҡанда күп ҡан юғалтҡан ҡатынға иренең ҡанын ебәрә һәм йәш әсәне үлем тырнағынан йолоп ала.
Донорлыҡ, йәғни ҡан – тапшырыу – изге эш һәм кемдеңдер ғүмерен һаҡлап алып ҡалыуҙағы ҙур аҙым. Хәүефһеҙ ҡан һәм уның компоненттары (плазма, тромбоциттар, эритроциттар) һәр саҡ кәрәк.
Бөгөн дә ҡан һәм ҡан тапшырыусылар баһала. Беҙҙең илдә генә медицина ихтыяждары өсөн 1000 кеше иҫәбенә кәмендә 40 донор кәрәк. Сағыштырыу өсөн – Европала 1000 кешегә уртаса - 25-27 донор, АҠШ һәм Канадала – 35-40.
Рәсәй халҡының 10-15 % кешеһе генә донор була ала, реаль һандарға килгәндә, был хатта 10 тапҡырға аҙыраҡ. Рәсәйҙә ҡанды 18 йәштән һәр ике ай һайын тапшырырға мөмкин. Ир-аттар йылына – 5, ҡатын-ҡыҙҙар , үҙҙәренең физиологик үҙенсәлектәре арҡаһында, йылына 4 тапҡыр ҡан бирә ала. Бер алғанда кешенән 450 мг тирәһе ҡан алына.
Башлыҡ рәхмәтле
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров үҙенең сәхифәһендә: “Яңы тажзәхмәт пандемияһы беҙҙең бөтә хеҙмәттәрҙең ҙур көсөргәнеш менән эшләүен талап итте. Алғы фронтта торған медиктар иҫәбенә Ҡан хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре лә инә. Ҡан тапшырыу станциялары менән берлектә тығыҙ эш һөҙөмтәһендә беҙ ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләүҙе яйға һала алдыҡ һәм ошоноң менән күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап алып ҡалыуға ирештек тә инде.
2020-2021 йылдар арауығында республикала 2718, 2 литр ковидҡа ҡаршы плазма етештерелгән. Ә донорҙар - COVID-19 менән ауырып йүнәлгән 4, 6 мең башҡортостанлы. Беҙҙең был эшебеҙ федераль кимәлдә лә юғары баһаланды.
Федераль медицина- биология агентлығы етәксеһе Вероника Игоревна Скворцова: “Башҡортостан Республикаһының ҡан тапшырыу станцияһы илдә алдынғы позицияны биләй”, - тип белдерҙе.
Йыл һайын Башҡортостанда 90 мең гемокомпоненттарҙы трансфузиялау процедураһы атҡарыла. Бының өсөн ҡан тапшырыу станциялары һәм уның филиалдары 62 мең донорҙы ҡабул итә һәм 40 мең литр таҙа донор ҡаны әҙерләй.
Ошо көндәрҙә Өфөлә 13-сө Бөтә Рәсәй Ҡан хеҙмәте форумы үтеүе осраҡлы түгел. Ул бай тәжрибә менән уртаҡлашыуға һәм практик тәҡдимдәрҙе бойомға ашырыуға мөмкинлек бирәсәк.
Проблемаларҙы һөнәри күҙлектән баһалау, контакттарҙы нығытыу Рәсәй ҡан хеҙмәте үҫешенә тос өлөш индерәсәк, дөйөм ил медицинаһы үҫешенә булышлыҡ итәсәк.
Кемдәр ҡан тапшыра, шуларға ҙур рәхмәтемде белдерәм – һеҙ бик кәрәк һәм мөһим эш эшләйһегеҙ!” - тип яҙып сыҡты.
Ысынлап та, үҙ ҡандарын тапшырып, кеше һаулығы һағында тороусыларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ!
Бөрйәндең Почетлы донорҙарына – рәхмәттең ҙуры!
Элек һәр үҙәк дауаханала ҡан тапшырып булһа, хәҙер был да үҙәкләштерелгән һәм ҙур ҡалаларҙағы станцияларҙа атҡарыла.
Район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлеге медсестраһы Ғафарова Нәфисә Сабирйән ҡыҙы: “Элегерәк кемдәр 40 тапҡыр ҡан биргән, шулар “Почетлы донор” исеменә лайыҡ була инеләр. Хәҙер беҙҙә ҡан тапшырмайҙар, әммә, тормош булғас, төрлө хәлдәр була, берәйһенә Өфөлә йә башҡа ерҙә операция яһаһалар һәм уға донорҙар кәрәк булһа, туғандарын саҡырталар. Медицина учреждениелары сирлеләргә үҙҙәрендә булған ҡанды ебәрә һәм урынына сирленең туғандарынан ҡан тапшырта.
Беҙ ҡан, плазманан өҙөлмәйбеҙ – Белореттан алдыртып торабыҙ.
Элек районда 40-тан ашыу “Почетлы донор” булһа, бөгөн, үкенескә күрә, уларҙың ҡайһы берҙәре баҡыйлыҡҡа күсте.
Нурия Әхмәтова, Рамазан Әйүпов, Раиса Еремеева, Фәтиха Иҡсанова, Нәҡиә Латипова, Рәйсә Мөхийәрова, Сәрүәр Төлкөбаева, Фәйрүзә Кәримова, Ғәйшә Мырҙабулатова, Нина Быкова, Дамир Ҡәҙерғолов, Заһир Дауытов, Рәүф Ваһапов, Рәсимә Ҡотлобаева, Вәлиә Мәхмүтова, Хәлил Тулыбаев, Зөһрә Әхмәтова, Юлдаш Бәҙәмшин, Азат Хатапов, Хөрмәт Йәнғәлин, Фәйләрә Ҡоҙашева, Рәис Йомағужин һ.б. – “Почетлы донорҙар”. Улар кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн 40 тапҡырҙан ашыу ҡан тапшырғандар. Уларға әле булһа күңел түрҙәрендә рәхмәт йөрөтөүселәр бар. Донорҙарға рәхмәттән башҡа һүҙ ҙә юҡ!” - ти.
Ҡанығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Кеше организмында уртаса 5 литрға яҡын ҡан бар, ти ғалимдар. 1 литр ҡанды юғалтыу ауыр эҙемтәләргә, ә инде 2-2,5 литр ҡан юғалтыу кешенең үлеменә килтерә. Ҡан юғалтыуҙы ир-ат, ҡарттар, балалар, шулай уҡ ябыҡ, хәлһеҙ, ас, арыған кешеләр ауыр кисерә.
Ҡан – беҙҙең йәшәү, һаулыҡ нигеҙе. Уны һаҡлағыҙ һәм юғалтмағыҙ!