Коронавирусты һәм пневмонияны иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған онлайн-брифингта табип-эпидемиолог Ю. Коробчанский биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, районда үткән аҙнала коронавирус менән сирләү осраҡтары булмаған.
Йыл башынан был сирҙе 66 кеше үткәргән. Ә пандемия башланғандан алып 139 райондашыбыҙ коронавирус менән сирләгән. Әлеге ваҡытта 8 кеше дауа ала: 2 кеше Белоретта, 6 райондашыбыҙ амбулатор дауалана.
Пневмония менән йыл башынан 54 кеше, пандемия башланғандан алып 364 кеше ауырыған. Әлеге ваҡытта 2 кеше Белоретта, 8 кеше амбулатор шарттарҙа дауа ала.
Киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр үткән аҙнала 66 булған. Шул иҫәптән 22 бала. Йыл башынан был күрһәткес 1993, пандемия башланғандан алып - 5193.
Юрий Николаевич коронавирустан һаҡланыуҙың төп ышаныслы ысулы вакцина булыуына тағы бер тапҡыр баҫым яһаны һәм дауаханаға дөйөм 725 доза вакцина килеүен, 421 кешенең вакцина һалдырыуын әйтеп үтте.
Артабан брифингта ташҡынға, урман янғын-дарына бәйле мәғлүмәт бирелде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес Илһам Шәкиров боҙ артыҡ ҙур зыян килтермәй генә китһә лә, әле ташҡын хәүефе бөтмәгән, шуға бәйле, һыу баҫыу ихтималы булған урындарҙа йәшәүселәргә уяулыҡты юғалтырға ярамай икәнлекте һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әгәр ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуа икән, 112 йәки 3-52-60 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Ҡарҙар иреү менән халыҡ урман-ҡырҙарға юллана башлай. Шул рәүешле урмандарҙа янғын хәүефе лә арта. Тәбиғәттә ял итеүселәргә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим: айырыуса эҫе, елле көндәрҙә усаҡ яҡмаҫҡа, яҡҡан хәлдә, уны ҡайтҡанда һүндереп китергә, быяла шешә һымаҡ янғынға булышлыҡ итеүсе әйберҙәрҙе ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.
- Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Һаҡланыу сараларын онотмағыҙ. Балалар уйнаған, йәштәр йыйылған урындарға иғтибарлы булығыҙ, - тине, брифингты йомғаҡлап, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғайса Хәлитов.