Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Апрель 2021, 11:30

Һоло сәләмәтлек өсөн бик файҙалы

Һолонан дауаны әҙерләүе еңел генә, ә файҙаһы бик ҙур. 3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло, 4 аш ҡалағы шәкәр һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға.

Һолонан дауаны әҙерләүе еңел генә, ә файҙаһы бик ҙур.
3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло, 4 аш ҡалағы шәкәр һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға.
Өҫтөн ябып, һоло әсегәнсе (3-4 көн тирәһе) бүлмә температураһында тоторға. Шәкәр урынына 50 грамм йөҙөм менән 2 аш ҡалағы бал һалырға ла мөмкин. Был эсемлеккә сикләү юҡ, һыуһағанда ла, ас ҡарынға ла эсергә була.
Ул ҡандағы шәкәрҙе һәм холестеринды түбәнәйтә. Авитаминоз мәлендә һәм матдәләр алмашыныу процесында организмға ярҙам итә. Теш эмален нығыта.
Читайте нас: