Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Апрель 2021, 09:30

Һаҡланғанды һаҡлар

Үткән аҙнала киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән сирләүсе 62 кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән.

Үткән аҙнала киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән сирләүсе 62 кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән.
Район хакимиәтендә коронавирусты һәм пневмонияны иҫкәртеүгә арналған сираттағы онлайн-брифинг үтте. Уны район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы В. Вәлиева алып барҙы.
Районда үрҙә аталған сирҙәргә бәйле санитар-эпидемиологик хәл тураһында район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Илнур Иманғолов сығыш яһаны. Сығыштан билдәле булыуынса, үткән аҙнала районда коронавирус менән сирләүҙең 2 осрағы теркәлгән. Унан алдағы аҙнала 4 осраҡ булғайны. Ағымдағы йылдың 3 айында был күрһәткес – 66: ғинуарҙа – 39, февралдә – 16, мартта – 11, шул иҫәптән бер балала асыҡланған. Пандемия башланғандан алып 139 кешегә ковид диагнозы ҡуйылған. 3 райондашыбыҙ был сир арҡаһында донъя менән бәхилләшкән. Әлеге ваҡытта 9 кеше дауалана.

Пневмония диагнозы үткән аҙнала 2 кешегә ҡуйылған. Йыл башынан 52 кеше сирләгән: ғинуарҙа – 25, февралдә – 14, мартта – 11, апрелдең тәүге аҙнаһында – 2. Пандемия башланғандан алып был диагноз 362 кешелә раҫланған. 10 райондашыбыҙҙың ошо сирҙән ғүмере өҙөлгән. Әле 3 кеше Белоретта дауалана, 6 кеше амбулатор дауа ала.

Үткән аҙнала киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән сирләүсе 62 кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 12-һе – балалар. Йыл башынан был диагноз 1927 кешегә ҡуйылған.

Коронавирус һәм пневмония сирҙәренән һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы – вакцина.

-Районға 605 доза вакцина килде. 354 кеше – 1-се, 320 кеше икенсе компонентын да алды. План буйынса, быйылғы йылда 6710 кешегә прививка яһарға тейешбеҙ. Ләкин халыҡ араһында әүҙемлектең түбән булыуы хәүефләндерә. Вакцина һалдырырға теләһәгеҙ, урындағы фельдшерҙарға, участка терапевығыҙға, регистратураға, шулай уҡ колл-үҙәк аша мөрәжәғәт итергә мөмкин, - тине Илнур Таһир улы.

Артабан брифингта мәшғүллек үҙәге етәксеһе Г. Әбдрәшитова ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған эшһеҙҙәрҙе эшкә алған осраҡта субсидия түләнеүе тураһында бәйән итте.

Шулай уҡ “Йәшел Башҡортостан” акцияһы, тирә-яҡты таҙартыу өмәләре, ағас ултыртыу акцияһы тураһында һүҙ алып барылды. Бөрйән урмансылығы етәксеһе урынбаҫары Э. Миндеғолова быйыл ағас ултыртыу акцияһы Яңы Усман ауылы эргәһендә үткәреләсәге, унда 5120 төп ағас ултыртылырға тейешлеге хаҡында һөйләне.

Венера Фәрит ҡыҙы “Хәтер баҡсаһы” акцияһы хаҡында ла әйтеп үтте. Шулай уҡ һыу-һүл мәлендә бер-беребеҙгә, айырыуса балаларға иғтибарлы булырға, уларҙы йылға ярҙарына яҡын ебәрмәҫкә саҡырҙы.

Эйе, көндәр ныҡ йылыта башланы. Һөҙөмтәлә, һыу ятҡылыҡтарындағы боҙҙар ҙа бик етеҙ ирей. Яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанмағыҙ, тигән һүҙҙәрҙе айырыуса Ағиҙел йылғаһы өҫтөндәге боҙҙа һаман да балыҡ тотоу менән булышҡан балыҡсылар ҙа ишетһен ине.
Читайте нас: