Киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән сирләп, үткән аҙнала дауаханаға 36 кеше мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың яртыһы, 18-е – балалар.
Коронавирусты һәм пневмонияны иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы онлайн-брифингты район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Венера Вәлиева алып барҙы.
Район үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Ринат Айытбаев биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, марттың 6-һынан 25-енә тиклем районда коронавирус менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән. 26-һында был сир 4 кешелә асыҡланған. Дөйөм алғанда, йыл башынан ковид менән 54 кеше ауырыған. Пандемия башланғандан алып был диагноз 137 кешегә ҡуйылған.
Мартта пневмонияның 12 осрағы теркәлгән. Йыл башынан был сир 45 кешелә раҫланған. 7 кешелә пневмония диагнозы артабан коронавирус диагнозы итеп үҙгәртелгән.
Киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән сирләп, үткән аҙнала дауаханаға 36 кеше мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың яртыһы, 18-е – балалар.
-Сирҙәр яйлап кәмеүгә табан бара. Ләкин тынысланырға иртәрәк әле. Һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә кәрәк. Ә һаҡланыу сараларының иң ышаныслыһы – вакцина. Районға 465 доза вакцина ҡайтарылды. Беренсе компонентты 345 кеше яһатты.
Быйылғы йыл дауамында районда кәмендә 6710 кеше вакцина алырға те-йеш. Үҙенең сәләмәтлеген ҡайғыртҡан һәр кем урындағы фельдшерҙарға, үҙҙәренең участка терапевына мөрәжәғәт итеп, вакцина һалдырыуға яҙыла ала. Быға тиклем яһатҡандар араһында ҡатмарлы осраҡтар булманы, - тине Ринат Сәғит улы.
Артабан брифингта яҙғы өмәләр, тирә-яҡты таҙартыу, 24 апрелдә быйылғы йылда тәүге Бөтә Рәсәй өмәһе үтәсәге, апрель айының хеҙмәтте һаҡлау айлығы булыуы тураһында һүҙ алып барылды.