Аяҡ аҫтыбыҙ тулып ултырған бәпембәнең файҙалы үҙенсәлектәре хаҡында бәғзеләребеҙ белеп тә бөтмәйбеҙ. Мәҫәлән, бәпембә тамырынан яһалған сәй хатта яман шеш күҙәнәктәрен дә юҡ итеү һәләтенә эйә икән!
Ваҡлап, киптерелгән тамырҙарҙы ҡәҙимгесә сәй һымаҡ итеп бешереп эсәләр.
Бәпембәнән кофе ла эшләп була.
Уның өсөн 2 йәшлек бәпембә тамырын ҡаҙып алырға (сәтәкәй бармаҡ йыуанлығындайыраҡ) һәм йыуырға кәрәк. Унан 1,5-2 см киҫәктәргә киҫергә һәм табаға һалып (духовакаға ла ҡуйырға мөмкин) асыҡ көрән төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға. Артабан кофемолкала иҙергә генә ҡала. Ҡәҙимге кофе һымаҡ итеп бешереп эсергә мөмкин. Кәзә һөтә лә ҡушып ебәрергә була.
Бәпембә япрағын яҙғы салаттарға ҡушып ебәрергә кәңәш ителә. Мәҫәлән, бешкән йомортҡа, ҡуҙғалаҡ, йәшел һуған ҡушылған салатҡа өҫтәргә мөмкин. Тәмле лә, файҙалы ла!
Шулай уҡ бәпембәнән ҡайнатма ла (бал) эшләргә мөмкин. Ул бауыр, үт ҡыуығы сирҙәренән яҡшы дауа.
Бының өсөн 400 бәпембә сәскәһе йыйырға һәм әсеһе бөтһөн өсөн 12 сәғәткә һыуға һалып торорға. Унан һыуынан һарҡытып алып, сәскәләргә 0,5 литр һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнатырға. Һыуынғас, сәскәләрҙе һығып алып ташларға кәрәк. Төнәтмәне яҡшылап һөҙөргә һәм уға 1 кг шәкәр һалып ҡәҙимгесә ҡайнатып алырға ғына ҡала.
Бына тигән бәпембә балы килеп сыға!
Шифаһы тейһен!
(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ).