Район хакимиәтендә яңы коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү буйынса штабтың сираттағы ултырышы үтте. Унда райондағы был тәңгәлдәге хәл тураһында район үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллин сығыш яһаны.
Сығыштан күренеүенсә, марттың 6-һынан 25-енә тиклемге осорҙа районда коронавирус менән ауырыу осраҡтары теркәлмәгән. 26 мартта был сир 4 кешелә асыҡланған. Шул иҫәптән 1 йәшлек балала.
Йыл башынан 64 ковид диагнозы ҡуйылған: ғинуарҙа – 39, февралдә – 16, мартта 9 кешегә.
Пандемия башланғандан алып яңы коронавирус инфекцияһы менән районыбыҙҙа йәшәүсе 137 кеше ауырыған. 3 кеше үлгән. 8 кеше әлеге ваҡытта дауалана: 2 кеше дауаханала, 6 сирле амбулатор дауа ала. 126 кеше һауыҡҡан.
Марттың 1-енән 30-ына тиклемге осорҙа пневмония менән 11 кеше ауырыған. Йыл башынан был диагноз 45 кешегә ҡуйылған. Шуларҙың 7-әүһенең диагнозы коронавирус итеп үҙгәртелгән. Ғинуарҙа – 25, февралдә – 14, мартта 11 осраҡ.
Пандемия башланғандан алып 358 кеше пневмония менән сирләгән. 10 кеше яҡты донъя менән бәхилләшкән, 2 кеше дауаханала, 6 кеше амбулатор дауа ала. 340 сирле һауыҡҡан.
Киҫкен респираторлы инфекция диагнозы йыл башынан 966 кешегә ҡуйылған: ғинуарҙа – 423, февралдә – 356, мартта 184 осраҡ. Пандемия башланғандан алып 5066 кеше сирләгән. Әле 49 кеше дауалана, 5017 кеше һауыҡҡан.
Коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау дауам итә. 385 доза вакцина алынған. Беренсе компонентты - 323, икенсе компонентты 262 кеше алған.
Ултырышта ҡарар ҡабул ителде. Коллективтарҙағы ковид инспекторҙарының контролен көсәйтергә, балалар учреждениеларына ингәндә битлек режимын һәм дистанция һаҡларға, сауҙа нөктәләре етәкселәренә лә тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәргә тигән һ.б. тәҡдимдәр индерелде.
Хөрмәтле райондаштар! Коронавирус бер ҡайҙа ла китмәгән, ул һаман беҙҙең арала йөрөй. Шуға күрә һаҡланыу сараларына ҡул һелтәп ҡарамайыҡ, битлектәрҙе, дистанция һаҡлау кәрәклеген онотмайыҡ.
Тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был сирҙән һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы – вакцина яһатыу. Төрлө имеш-мимештәргә ышанып, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы, эргә-тирәләгеләрҙе ҡәһәрле сиргә дусар итеп ҡуймайыҡ. Белгестәр беҙгә килгән вакциналарҙы яҡшы яҡтан ғына баһалай. Сит илдәр беҙҙән был вакциналарға патент һатып ала башланы.
Үрҙә аталған һандар артында кеше яҙмыштары торғанын онотмайыҡ.