Бөтә яңылыҡтар

Тынысланырға иртәрәк әле

Район хакимиәтендә үткән онлайн-брифингта райондағы коронавирусҡа бәйле хәлде табип-эпидемиолог Ю. Коробчанский сағыштырмаса тотороҡло тип баһаланы.

Район хакимиәтендә үткән онлайн-брифингта райондағы коронавирусҡа бәйле хәлде табип-эпидемиолог Ю. Коробчанский сағыштырмаса тотороҡло тип баһаланы.
Үткән аҙнала ла, унан алдағы аҙнала ла, коронавирус менән сирләү осраҡтары асыҡланманы.

Йыл башынан районда коронавирус менән 60 кеше ауырыған. Пандемия башланғандан алып – 133 кеше. Әлеге ваҡытта 5 кеше дауалана: 2 кеше госпиталдә, 3 кеше амбулатор дауа ала. 126 кеше һауыҡҡан.

Пневмония менән сирләү һуңғы ике аҙнала ла икешәр осраҡ теркәлгән. Йыл башынан 45 кеше сирләгән. 7 кешенең диагнозы ковидҡа үҙгәртелгән. Пандемия башланғандан алып 358 кеше был сиргә дусар булған. 10 кеше донъя менән бәхилләшкән.Әлеге ваҡытта 8 кеше дауа ала. 340 кеше һауыҡҡан.

-Һуңғы ваҡытта киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән сирләүселәр һаны артты. Үткән аҙнала ғына ла унан алдағы аҙнаға ҡарағанда ауырыусылар һаны 40 процентҡа күберәк булды. Бигерәк тә балалар араһында сирләүселәр арта.

Коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау дауам итә. Районда әле 320 кеше беренсе компонентты, 152 кеше икенсе компонентты ла һалдырҙы. Вакцинаның яңы партияһы көтөлә.

Район халҡының кәмендә 50 проценты вакцина һалдырыр тип өмөтләнәбеҙ.

Вакцинанан ҡурҡырға ярамай. Әле һалдырғандар араһында ниндәйҙер ҡатмарлы хәлдәр күҙәтелмәне, - тине Юрий Николаевич.

Брифингта башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Улар иҫәбендә - балаларҙы 1-се класҡа ҡабул итеүгә бәйле үҙгәрештәр, көн ҡаҙағында булған ташҡын темаһы, мәҙәниәт мәсьәләләре.

Брифингты алып барыусы район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғ. Хәлитов һәр мәсьәләгә үҙ фекерен белдереп, иғтибарлы булырға саҡырҙы.
Хөрмәтле райондаштар, беҙҙә хәл тотороҡло, тип һаҡланыу ҡағиҙәләрен онотмайыҡ. Сөнки был мәкерле сир әле сигенмәгән, ул аңғармаҫтан һөжүм итергә һәләтле.
Читайте нас: