Бөтә яңылыҡтар

Йылмайыуың менән ғорурлан!

19 мартта район мәктәптәрендә “Йылмайыуың менән ғорурлан” исемле флешмоб үтте. Флешмобта райондағы 23 мәктәптән 2906 бала ҡатнашҡан.

19 мартта район мәктәптәрендә “Йылмайыуың менән ғорурлан” исемле флешмоб үтте. Флешмобта райондағы 23 мәктәптән 2906 бала ҡатнашҡан.
Уҡытыусылар тарафынан балаларға ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы тураһында дәрестәр, плакаттар, һүрәттәр конкурсы, викториналар һәм башҡа саралар уҙғарылған. Флешмобта ҡатнашҡан медицина хеҙмәткәрҙәре, теш табиптары консультациялар, кариес һәм башҡа яңаҡ-теш ауырыуҙары, ауыҙ ҡыуышлығын дөрөҫ таҙартыу тураһында әңгәмәләр үткәргән. Уҡыусылар менән бер рәттән ата-әсәләр анкета тултырыуҙа ҡатнашҡан. Тештәр һаулығына арналған флешмоб йылмайып фотоға төшөүҙәр менән тамамланған.

Иҫке Собханғол мәктәбендәге стоматология кабинетының теш табибы Айгөл Алтынбаева балаларға слайдтар ярҙамында теш гигиенаһы тураһында класс сәғәттәре үткәреүҙә ҡатнашты.

- Иҫке Собханғол мәктәбендәге стоматология кабинеты быйылғы йылда 28 ғинуарҙан башлап эшләй башланы. Был ваҡыт эсендә 628 бала күренде, шуларҙың 461-е тештәрен дауалауға мохтаж. Бөтәһе 218 теш дауаланған. Шуны иғтибарға алмайынса мөмкин түгел: 5 йыл элек 10-12 кариеслы теше булған үҫмер балалар бик һирәк осраһа, ә хәҙер 16-17 кариеслы тештәре булған балалар ҙа бар.

Балалар тештәрен, ауыҙ эсен таҙартмай, йә тейешенсә, етәрлек таҙарта белмәйҙәр, - тип иҫәпләй табип. – Йәнә ата-әсәләрҙең балаларына ҡарата иғтибарлы булмауҙары борсолдора. Балаларҙың һөт тештәре урынына алмашҡа килгән тештәрҙең кариес менән зарарланыуы йыш күҙәтелгән күренеш. Мәҫәлән, 4-5 кластарҙа балаларҙың һөт тештәре алмашынып бөтә, ә ата-әсә инде 7 класта уҡыған балаһын етәкләп, теше төшөргә тейеш, тип килеп инә.

Баланы кескәй сағынан тештәрҙе таҙартырға өйрәтергә, быны ғәҙәтенә индерергә кәрәк. Йылына бер тапҡыр теш табибына күренеү мотлаҡ. Ваҡытында күренмәгәндә, консультациялар алмағанда, дауаламағанда кариес тағы ла аҙасаҡ. Яңаҡта тештәрҙе тотоп тороусы һөйәк һәм туҡымалар боҙолоуы арҡаһында тештәр ныҡлығын юғалта, хатта төшә башлауы ихтимал.

Иҫке Собханғол мәктәбендә 4-се кластар дүртәү. Уларҙың миҫалында ҡарап китәйек. 4 кластағы 76 баланың тештәре ҡаралды, шуларҙың 10-һының ғына тештәре һау, алдан дауалағандар – 12, ҡалған 54 баланың 1-7 кариеслы тештәре бар. 10-11 йәшлектәр өсөн ул насар күрһәткес. 54 баланың 5-һе генә, ҡасан дауалауға килергә мөмкин, тип һораны.

Тештәрҙе һаҡлау һис тә ҡатмарлы түгел, бары улар тураһында ваҡытында хәстәрлек күрергә һәм ауыҙҙа бактерияларҙың самаһыҙ артыуына юл ҡуйырға ярамай. Ҡайһы берәүҙәр ни өсөн тештәрҙе көнөнә ике тапҡыр таҙартыу мөһимлеген аңламай. Таҙартырға ялҡауланаһығыҙ икән, тештәрҙәге ҡуныҡ тиҙ генә ҡатып, ҡаҙналарҙы боҙоусы ташҡа әүерелә. Һөҙөмтәлә, теш эмале боҙола, кариес барлыҡҡа килә. Ауыҙҙан насар еҫ килеүенә лә микробтар сәбәпсе.

Тештәрҙе составында фтор булған паста менән 2 тапҡыр йыуырға кәрәк, шулай уҡ өҫтәмә гигиена саралары (теш ептәре, теш араларын таҙартыусы ершиктар, тештәрҙе сайҡатыу, протездар өсөн щеткалар) ҡулланыу мотлаҡ.

Яҡшы стоматологик һаулыҡ кеше менән аралашыуға, теләгән аҙыҡ менән һыйланыуға, шулай уҡ кешенең үҙбаһаһына ла һиҙелерлек йоғонто яһай. Тештәрҙе хәстәрләүгә ваҡытығыҙҙы ла, сараларығыҙҙы ла йәлләмәгеҙ, шул ваҡытта ғына һеҙҙең йылмайыуығыҙ иң матуры һәм бәхетлеһе буласаҡ, - ти табип Айгөл Зиннәт ҡыҙы.

Әйткәндәй, стоматология кабинеты һәр аҙнаның йомаһында икенсе ауылдарҙан килеүсе балаларҙы 09:00 сәғәттән 15:00 сәғәткә тиклем ҡабул итә. Табип әйтеүенсә, Әтек, Яңы Усман ауылдары балалары тештәрен дауалауға әүҙем йөрөйҙәр. Каникул мәлендә Иҫке Собханғол мәктәбенең филиалдарында уҡыусы балалар тештәрен килеп дауалата ала.
Читайте нас: