Хәҙерге медицина туберкулез ауырыуын тулыһынса дауалай ала. Диагноз ни тиклем иртәрәк ҡуйылһа, сир шул тиклем уңышлыраҡ дауалана.
Статистика күрһәтеүенсә, бөгөнгө көндә туберкулез менән 18-ҙән 40 йәшкә тиклемге йәш арауығындағы кешеләр йышыраҡ сирләй. Йыл һайын был сирҙән 3 миллион кешенең ғүмере өҙөлә һәм 40 миллион кеше иҫәпкә алына. Көнкүреш шарттары насар булған илдәрҙә был сир киң таралған.
Хәҙерге медицина туберкулез ауырыуын тулыһынса дауалай ала. Диагноз ни тиклем иртәрәк ҡуйылһа, сир шул тиклем уңышлыраҡ дауалана.
Кеше йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә микроб төкөрөк менән һауаға сыға һәм шул һауаны һулаусы сәләмәт кешенең тын юлдарына үтеп инеүе мөмкин. Сир ауырыу кешенән сәләмәт кешегә күп осраҡта (85—95 %) тын юлдары аша йоға. Туберкулездың асыҡ формаһы менән ауырыусы кеше микробтарҙы тирә-яҡҡа күпләп тарата. Ауырыу кеше ҡаҡрығын иҙәнгә йәки ергә төкөрһә, ҡаҡрыҡ кибә, туҙан менән һауаға күтәрелеп, әйберҙәргә, стенаға, йорт йыһаздарына ҡунып, ошо туҙанлы һәм микроблы һауаны сәләмәт кеше һулаһа, уның сирләүе ихтимал. Бына шуға күрә ауырыуҙың һәм уның ғаиләһенең шәхси гигиена тәртиптәрен һаҡлауы, өйөн таҙа тотоуы бик мөһим.
Ауырыу ҡайһы саҡ һиҙҙермәй генә башлана. Тиҙ арыу, аппетит һәм йоҡо боҙолоу, әҙ генә йүтәл булыуы мөмкин. Ҡайһы бер осраҡта туберкулез ҡапыл башлана: температура 38—39 градусҡа тиклем күтәрелә, хәлһеҙлек арта, йүтәл көсәйә, йүткергәндә ҡаҡырыҡ килә башлай. Ауырыу кеше төндәрен тирләп уяна. Туберкулез йыш ҡына ҡан төкөрөү менән дә башлана, ләкин башҡа ауырыуҙар ҙа, мәҫәлән, яман шеш, абцесс һ.б. ваҡытында ла ҡан төкөрөү күҙәтелә.
Температура күтәрелеү — сирҙең беренсе билдәһе. Башҡа йоғошло ауырыуҙарҙан айырмалы булараҡ, туберкулез менән ауырыусының температураһы әллә ни юғары булмай һәм кискә табан күтәрелә. Кешелә хәлһеҙлек һиҙелә. Ул кеше, әҙ генә хәрәкәтләнһә лә, тиҙ арый. Туберкулез менән сирләгән кешенең аппетиты боҙолмаһа ла, ул әкренләп ябыға бара, ләкин баштараҡ ул үҙе һиҙмәй. Һуңға табан, ауырыуҙың башҡа билдәләре лә асыҡланғас, ауырыу кеше үҙенең шаҡтай ябығыуын аңлай. Тын ҡыҫылыу үпкә ауырыуҙарының бар төрөнә лә хас билдә булһа ла, туберкулездың башланғыс осоронда бөтөнләй һиҙелмәй ҙә, сөнки был осорҙа үпкә үҙенең резерв мөмкинлектәрен эшкә егә. Шулай ук күкрәк ауыртыуы ла баштараҡ бик һиҙелмәй. Һуңыраҡ арҡала, ҡалаҡ һөйәге тирәһендә сәнсеү күҙәтелә.
Флюорография бер яҡтан ауырыуҙы башланғыс осоронда уҡ асыҡларға мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан уның ярҙамында башҡа төрлө ауырыуҙарҙы ла белергә була. Мәҫәлән, үпкә ялҡынһыныуы, үпкә яман шеше, киста, яман булмаған шештәр һ. б.
Беҙҙең районда 2020 йылда был сир менән 6 кеше иҫәпкә ҡуйылды. Улар барыһы ла өлкәндәр һәм барыһында ла үпкә туберкулезы. 3 кешелә сир аҙған (запущенная форма) формала асыҡланды.
Һуңғы 5 йылда районда балалар һәм үҫмерҙәр араһында туберкулез менән сирләү осраҡтары булманы. Үлем теркәлмәне.
Хөрмәтле райондаштар! Сәләмәтлекте бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып булмай. Үҙ һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ, табиптарға күренеп тороғоҙ.