Район хакимиәтендә үткән сираттағы брифингта коронавирус инфекцияһына һәм пневмонияға бәйле санитар-эпидемиологик хәл менән район үҙәк дауаханаһының табип-эпидемиологы Ю. Коробчанский таныштырҙы.
Сығыштан күренеүенсә, үткән аҙнала коронавирус менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән, 2 кешелә пневмония асыҡланған.
Йыл башынан ковид менән районда 60 кеше сирләгән, пандемия башланғандан алып был күрһәткес – 333.
Пневмония диагнозы йыл башынан 43 кешегә ҡуйылған. 8 кешенең диагнозы аҙаҡтан коронавирус итеп үҙгәртелгән. Пандемия башланған мәлдән алып был сир менән 356 кеше ауырыған. Әлеге ваҡытта 10 кеше амбулатор дауа ала, 1 кеше дауаханала ята.
Грипп, киҫкен инфекциялы вируслы сирҙәр менән йыл башынан 880 кеше сирләгән, пандемия башланғандан алып был күрһәткес – 5056.
Әлеге ваҡытта коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау дауам итә. Белеүегеҙсә, вакцина ике компоненттан тора. 290 кеше вакцинаның – беренсе, 112 кеше икенсе компонентын да алған.
Артабан балалар стоматологы А. Алтынбаева “Сәләмәт йылмайыу” акцияһы, балалар араһында ауыҙ ҡыуышлығы сирҙәре, тәғәйен алғанда, кариес ныҡ күп булыуы, уны булдырмау саралары, атап әйткәндә, ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы, йылына кәмендә бер тапҡыр булһа ла стоматологтарға күренеп торорға кәрәклеге хаҡында әйтеп үтте.
Әлеге ваҡытта көндөҙҙәрен йылыта башланы, шуға күрә ҡыйыҡтарҙағы ҡарҙарҙың шыуып, күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе, кешеләргә, техникаға мәшәҡәт тыуҙырыуы ихтимал. Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы Р. Шахниязов ошо хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартып ҡуйыу сараларын күреү мөһим икәнлеге тураһында сығыш яһаны.
“Эко-Сити” ойошмаһының урындағы бүлеге етәксеһе Р. Зарипов сүп-сар йыйыу, уға түләү мәсьәләләре тураһында бик ентекле итеп һөйләне (был турала гәзиттә айырым материал буласаҡ).
Брифингты алып барыусы район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы В. Вәлиева ҡаралған мәсьәләләр буйынса фекерен белдереп, ковидтан һаҡланыу талаптарын теүәл үтәргә, вакцинациялауға, сирҙән ҡотолоуҙың әлеге ваҡытта берҙән-бер ышаныслы юлы булараҡ, етди ҡарарға саҡырҙы, ауылдарҙа әлеге ваҡытта халыҡты шәхси ҡабул итеүҙәр барыуы хаҡында иҫкәртте.