Бөтә яңылыҡтар

Үҙегеҙҙең участка терапевығыҙҙы беләһегеҙме?

Район халҡы 7 терапевт участкаһына бүленеп хеҙмәтләндерелә. Һеҙҙең иғтибарға - ҡайһы ауыл халҡының ниндәй участкаларға ҡарауы тураһында мәғлүмәт.

Район халҡы 7 терапевт участкаһына бүленеп хеҙмәтләндерелә. Һеҙҙең иғтибарға - ҡайһы ауыл халҡының ниндәй участкаларға ҡарауы тураһында мәғлүмәт.
Район үҙәк дауаханаһы терапевтар менән тулыһынса комплектланды: районға йәш табиптар ҡайтты, декрет ялында булған табиптар эшкә сыҡты.
Үҙегеҙҙең участка табибына барырға ҡарар итһәгеҙ, иң башта телефон аша ҡабул ителеүгә үҙегеҙ теләгән ваҡытҡа яҙылып ҡуйырға тәҡдим итәбеҙ. Ул саҡта, мәҫәлән, һеҙ төпкөл ауылдан поликлиникаға барып етеүгә табипта һеҙҙе талонығыҙ көтөп ятасаҡ. Ә барғас ҡына яҙылырға уйлаһағыҙ, талондар бөткән булыуы ла ихтимал.
Табиптарға яҙылыу өсөн 1301 номерына (1 апрелдән - 122 номерына) шылтыратырға кәрәк. Шулай уҡ дәүләт хеҙмәте, Интернет аша, регистратураға мөрәжәғәт итеп һ.б. ысулдар менән дә яҙылырға мөмкин.

Бынан тыш, диспансеризация үтеү тураһында ла онотмағыҙ. Ул - сирҙәрҙе башланған мәлендә асыҡларға, тимәк, һеҙҙең сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлап алып ҡалырға мөмкинлек биреүсе иң уңайлы ысул.
Район халҡы 7 терапевт участкаһына бүленеп хеҙмәтләндерелә. Һеҙҙең иғтибарға - ҡайһы ауыл халҡының ниндәй участкаларға ҡарауы тураһында мәғлүмәт.

1-се терапевт участкаһы
Участка терапевы – Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы Билалова.
Хеҙмәтләндерелеүсе участка:
1.Иҫке Собханғол (Салауат, Октябрь, Ағиҙел (Бельская), Яр буйы (Набережная), Урал, Ленин (91-се йортҡа тиклем), Комсомол, Йылға аръяғы (Заречная), Кирбес, Пионер, Мунса (Банный) урамдары) – 732 кеше.
2.Яңы Собханғол – 379 кеше;
3.Ғәлиәкбәр – 341 кеше;
4.Үрге Нөгөш – 28 кеше;
5.Иҫке Мөсәт – 231 кеше.
Дөйөм – 1711 кеше.
2-се терапевт участкаһы.
Участка терапевы – Инзиә Әбүбәкер ҡыҙы Салауатова.
Хеҙмәтләндерелеүсе участка:
1.Иҫке Собханғол (Күл, Ленин, Һ. Ишкилдин, Матросов урамдары, Урман, Совет тыҡрыҡтары,) – 419 кеше.
2.Байғаҙы – 248 кеше;
3.Яңы Усман – 288 кеше;
4.Әтек – 316 кеше;
5.Иҫке Монасип – 450 кеше.
Дөйөм – 1721 кеше.

3-сө терапевт участкаһы
Участка терапевы – Гөлназ Тәлғәт ҡыҙы Нәзирова.
Хеҙмәтләндерелеүсе участка:
1.Иҫке Собханғол (Совхоз, М. Сәғитов, Ҡыҙыл таш, М. Ғафури, Ҡояшлы, Ерекле, Шишмә, Ҡәҙерғолов, Урал, Тыныслыҡ урамдары) – 755 кеше.
2.Яңы Монасип – 220 кеше;
3.Исламбай – 254 кеше;
4.Аҫҡар – 342 кеше;
5.Мәһәҙей – 224 кеше.
Дөйөм – 1795 кеше.
4-се терапевт участкаһы
Участка терапевы – Илсиә Ислам ҡыҙы Зарипова.
Хеҙмәтләндерелеүсе участка:
1.Иҫке Собханғол (Урман, Тау, Совет, Һал (Сплавная) урамдары) – 348 кеше.
2.Тимер – 304 кеше;
3.Ырғыҙлы – 252 кеше;
4.Ҡотан – 220 кеше;
5.Мәҡсүт – 67 кеше;
6.Ғәҙелгәрәй – 309 кеше;
7.Брәтәк – 280 кеше.
Дөйөм – 1780 кеше.
5-се терапевт участкаһы
Участка терапевы – Илнур Таһир улы Иманғолов.
Хеҙмәтләндерелеүсе участка:
1.Баҙал биҫтәһе – 1003 кеше;
2.Аҡбулат – 5 кеше;
3.Мәндәғол – 75 кеше;
4.Кейекбай – 181 кеше;
5.Яңы Мөсәт – 292 кеше.
Дөйөм – 1556 кеше.
6-сы терапевт участкаһы
Участка терапевы – Әлфинә Азат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина.
Хеҙмәтләндерелеүсе участка:
1.Байназар – 955 кеше;
2.Һарғая – 99 кеше;
3.Мораҙым – 256 кеше;
4.Ҡурғашлы – 223 кеше;
5.Ҡолғана – 192 кеше.
Дөйөм – 1725 кеше.
7-се терапевт участкаһы
Участка терапевы – Нәркәс Фәнир ҡыҙы Бирҙекәева.
Хеҙмәтләндерелеүсе участка:
1.Иҫке Собханғол (Ағиҙел ҡасабаһының Ағиҙел, М. Гәрәев, Йәштәр урамдары) – 351 кеше;
2.Әбделмәмбәт – 486 кеше;
3.Нәби – 349 кеше;
4.Килдеғол – 268 кеше;
5.Яуымбай – 283 кеше;
6.Ишдәүләт – 12 кеше;
7.Бәләкәй Ҡыпсаҡ – 46 кеше.
Дөйөм – 1795 кеше.
Читайте нас: