Бөтә яңылыҡтар

Тынысланырға иртәрәк әле

12 мартта район хакимиәтендә коронавирусты һәм пневмонияны иҫкәртеүгә, башҡа көнүҙәк мәсьәләләргә арналған онлайн-брифинг үтте.

12 мартта район хакимиәтендә коронавирусты һәм пневмонияны иҫкәртеүгә, башҡа көнүҙәк мәсьәләләргә арналған онлайн-брифинг үтте.
Район үҙәк дауаханаһының табип-инфекционисы Зилә Исмәғилева райондағы санитар-эпидемиологик хәл тураһында бәйән итеп, пандемия башланғандан алып районда коронавирус менән сирләүҙең 137 осрағы теркәлеүен билдәләне. Үткән аҙнала 3 кешелә был сир иҫбатланған. Әле 4 кеше Белореттағы дауаханала, 4 кеше амбулатор дауалана.

Пневмония менән 348 кеше сирләгән. Үткән аҙнала был сир йәнә 3 кешелә асыҡланған. 2 сирле Белорет дауаханаһында, 1-әү Өфөлә дауа ала.
- Хәл сағыштырмаса тотороҡло. Көслө үҫеш күҙәтелмәй. Район халҡына шуны йәнә ҡабатлағым килә - үҙегеҙҙә сирҙең тәүге билдәләрен тойоу менән медиктарға мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала. Үҙдауаланыу менән булышмағыҙ. Был хәлде ҡатмарлаштырыуға килтереүе, шулай уҡ дауалау процесының оҙаҡҡа һуҙылыуына булышлыҡ итеүе ихтимал.
Һаҡланыу сараларын онотмағыҙ: битлектә йөрөү, дистанция һаҡлау һ.б.

Әлбиттә, сирҙән һаҡланыуҙың иң эффектив юлы – вакцина яһатыу. Дауаханала вакциналар бар. Һалдырыу өсөн ауылдарҙа фельдшерҙарға йәки участка табиптарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Районда әле 281 кеше вакцинаның беренсе компонентын, 160 кеше икенсеһен дә һалдырған, - тине Зилә Зәки ҡыҙы.

Артабан брифингта мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ә. Вәлиева алда торған Берҙәм дәүләт имтихандары, уларға әҙерлек барышы хаҡында һөйләне.
- Быйыл, элекке йылдарҙа тамамлаусыларҙы ла ҡушып, 141 кеше БДИ тапшырасаҡ. БДИ-ны юғары уҡыу йорттарына барырға теләүселәр генә бирә.
Элек бер аудиторияла 15 уҡыусы булырға тейеш булһа, хәҙер – 9. Барлыҡ һаҡланыу саралары ҡулланыласаҡ.

БДИ-ға инеү-инмәү мәсьәләһен 15 апрелдә үтәсәк рус теле һәм әҙәбиәтенән инша билдәләйәсәк.
Имтихандарға әҙерлек буйынса ресурс үҙәге эшләй. Ҡырҙан уҡытыусылар ҙа саҡырабыҙ. Тик ата-әсәләр балаларын шундай сараларға ебәреүҙе хәстәрләһен ине, - тине Әнүзә Фәрит ҡыҙы.
Артабан 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы ойоштороу тураһында һүҙ алып барылды.

Иҫке Собханғол почта бүлексәһе етәксеһе Нәркәс Баймырҙина менән “Таң” гәзите мөхәррире Рушан Байымов подписканың үҙенсәлектәре, барышы хаҡында бәйән итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 мартҡа тиклем 2021 йылдың икенсе яртыһына тәүге ярты йыллыҡтың хаҡтары менән яҙылып ҡалырға була. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ, дуҫтар.

“Таң” гәзитенә 6 айға яҙылыу хаҡы әлеге ваҡытта 948 һум 36 тин. Электрон вариантына 576 һумға яҙылырға мөмкин. Бынан тыш, редакцияла яҙылып, үҙегеҙ килеп алып йөрөргә уйлаһағыҙ (был район үҙәгендә йәшәүселәргә ҡулай), 6 айға подписка 594 һумға ғына төшә. Ә редакция хеҙмәткәрҙәре өйөгөҙгә алып барыу шарты менән яҙылһағыҙ, 624 һум килеп сыға.

Брифингты йомғаҡлап, уны алып барыусы район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғайса Хәлитов халыҡты вакцинацияланыуға етди ҡарарға саҡырҙы. Шулай уҡ “Таң” гәзитенә яҙылыу буйынса фекерҙәрен әйтеп, ойошмаларға үҙҙәренең ветерандарын район гәзитенә яҙҙырыу традицияһын дауам итергә тәҡдим итте.
Читайте нас: