Бөтә яңылыҡтар

Үҙебеҙҙе яратайыҡ!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙҙе 8 март байрамына шәп бүләк - һөйөнөслө яңылыҡ менән ҡыуандырырға ашығабыҙ.

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙҙе 8 март байрамына шәп бүләк - һөйөнөслө яңылыҡ менән ҡыуандырырға ашығабыҙ.
Райондашыбыҙ, гинеколог-эндокринолог, балалар гинекологы, медицина фәндәре кандидаты Фирҙәүес Әсғәт ҡыҙы Уразаева район үҙәк дауаханаһында эш башланы.

Байназарҙа тыуып, Тимер ауылында буй еткергән яҡташыбыҙ Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, тәүҙә районда эш башлай. Артабан Өфө ҡалаһында 4-се балалар табыу йортонда, Республика балалар клиник дауаханаһында, “МЕГИ” клиникаһында эшләп, ҙур тәжрибә туплай.

Ул климаксты, түлһеҙлекте, инәлек юлы эрозияһын дауалау буйынса белгес.

Фирҙәүес Әсғәт ҡыҙы 12 йәшлек ҡыҙы менән бергә саңғыла шыуырға, тәбиғәттә, саф һауала ял итергә, бассейнға, концерт-спектаклдәргә йөрөргә ярата. Шулай уҡ бейеү ҙә уның күңеленә ятҡан шөғөлдәрҙең береһе.

Әйткәндәй, ҡыҙы Рушана фортепьянола уйнай, йөҙөү буйынса (3-сө разряд) республика ярыштарында, математика, физкультура фәндәре олимпиадаларында призлы урындар яулай, хайуандарҙы, бигерәк тә шпиц тоҡомло этен ярата.

-Бөрйәнгә бөтөнләйгә ҡайттым. Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге – милләттең киләсәге, донъяға киләсәк баланың һаулығы тап әсә кешегә бәйле. Ҡыҙҙар – буласаҡ әсәйҙәр, улар үҙҙәрен һаҡлаһындар. Йәш әсәләр, оло ҡатындар ҙа һау-сәләмәт булһындар, ваҡытында тикшерелеп, һаулыҡтарын нығытырға ынтылып торһондар, үҙҙәрен яратырға өйрәнһендәр. Шулай уҡ тормошта күңел тыныслығын табыу ҙа бик мөһим. Күп ҡатын-ҡыҙҙар артыҡ кәүҙә ауырлығынан яфаланалар, был мәсьәлә менән йыш мөрәжәғәт итәләр. Һимереү күп ашауҙан түгел, дөрөҫ туҡланмауҙан килә. Һаулыҡ - иң мөһиме, уны икенсе планға йә аҙаҡҡа ҡалдырырға ярамай, - ти Фиҙәүес Әсғәт ҡыҙы.
Читайте нас: