- Әгәр ҙә ауырыһам, еңел формала үткәрермен, исмаһам, тип эшләтергә булдым. Етмәһә, әсәйем дә оло кеше, ауырыуҙы өйгә алып ҡайтҡы килмәй. Урындағы фельдшер бөтәһен дә аңлатып биргәс, терапевҡа күрендем. Тейешле анализдар бирҙем. Һаулығымды, дарыуҙарға аллергия юҡмы икәнлеген тикшерҙеләр. Шәфҡәт туташы буласаҡ симптомдар хаҡында иҫкәртте.
Инъекциянан һуң күҙ алмалары ауыртты, әҙерәк тымау тейгән һымаҡ билдәләр булды, үпкә тирәһендәрәк ауыртыу һиҙҙем. Температурам булманы. Уның ҡарауы аппетит барлыҡҡа килде. Өс көн дауамында ныҡ йоҡо баҫты. Киләһе вакцинацияны көтәм.