Бөтә яңылыҡтар

Хәҙер ковид менән сирләүҙән ҡурҡмайым

Гөлсөм Аҙанғолова, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.

Гөлсөм Аҙанғолова, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.
- Ауырып китһәк, балаларыбыҙҙы оҙаҡҡа ҡалдырырға тура киләсәк, дауаханала ла ятҡы килеп тормай, тип прививка яһатырға булдыҡ. Миндә бер ниндәй ҙә реакция булманы, ғәҙәттәгесә эшкә йөрөнөм. Хәҙер күңел тыныс, сирләү хәүефе өсөн борсолмайбыҙ. Уколдан ҡурҡмайбыҙ, йыл да грипҡа ҡаршы эшләтәбеҙ. Иптәшем Денистың бер көн температураһы булды. 70 йәшлек ҡәйнәм дә прививканы яҡшы үткәрҙе. Икенсе вакцинациянан һуң да хәлдәребеҙ бик яҡшы.
Читайте нас: