Бөтә яңылыҡтар

Йыл башынан 51 кешегә ковид диагнозы ҡуйылған

Район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүгә һәм райондағы ағымдағы мәсьәләләргә арналған сираттағы онлайн-брифинг үтте.

Район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүгә һәм райондағы ағымдағы мәсьәләләргә арналған сираттағы онлайн-брифинг үтте.
Район үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллин биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, пандемия башланғандан алып районда был сиргә 127 кеше дусар булған. 2 кеше яҡты донъя менән бәхилләшкән. Әлеге мәлдә 3 кеше Белоретта госпиталдә, 10 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. 112 кеше һауыҡҡан.

2021 йылдың 1 ғинуарынан 25 февраленә тиклемге осорҙа 51 кешегә ковид диагнозы ҡуйылған.

Пневмония менән 350 кеше сирләгән, 10 кеше вафат булған. Әлеге мәлдә 5 кеше стационар, 12 кеше амбулатор дауа ала.
Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 25 февраленә тиклем пневмония менән 39 кеше сирләгән. Сентябрь-октябрь айҙарында пневмония менән ауырыусылар күпселекте тәшкил итһә, хәҙер, киреһенсә, коронавирус диагнозы ҡуйылыу осраҡтары күберәк.

Районда 115 кеше вакцина яһатҡан. Брифингта вакцина яһатыуҙа әүҙемерәк булырға кәрәклеге билдәләнде.

Артабан поликлиника мөдире И. Иманғолов халыҡты диспансеризациялау, уның шарттары һәм үҙенсәлектәре тураһында ентекле бәйән итте. Табип был сара ауыр сирҙәрҙе мәлендә асыҡларға һәм кеше сәләмәтлеген, хатта ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә икәнлеген тәғәйен һандар менән дәлилләне.

ЮХХДИ етәксеһе Р. Мостафин һуңғы аҙналарҙа, һауа торошона бәйле, юл фажиғәләре артыуын билдәләп, водителдәргә тиҙлек режимын, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һаҡларға кәрәклеген иҫкәртте. Шулай уҡ, бәлки, ярҙам кәрәк булыуы ихтимал, тип юлда туҡтап ултырған автомобилдәр янынан да битараф үтмәҫкә саҡырҙы.
Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы Р. Шахниязов сүп-сар сығарыу мәсьәләләре хаҡында сығыш яһаны.

Брифингты район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғ. Хәлитов алып барҙы һәм вакцинациялау, диспансеризациялау һ.б. мәсьәләләргә туҡталды, автомобиль руле артына эскән килеш ултырмаҫҡа кәрәклеген йәнә бер ҡат иҫкәртте.
Читайте нас: