Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Февраль 2021, 12:00

Вакцина – был сирҙән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы

Коронавирус тормошобоҙға шул тиклем етеҙ килеп инде һәм көнитмешебеҙҙе тамырынан үҙгәртте. Йәшәйеш ҡиммәттәре үҙгәрҙе. Бөгөнгө көндә был сирҙән ҡотолоу юлы вакцинала ғына икәнен йыш ҡабатлайҙар.Район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Иманғолов Илнур Таһир улы менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.

Коронавирус тормошобоҙға шул тиклем етеҙ килеп инде һәм көнитмешебеҙҙе тамырынан үҙгәртте. Йәшәйеш ҡиммәттәре үҙгәрҙе. Бөгөнгө көндә был сирҙән ҡотолоу юлы вакцинала ғына икәнен йыш ҡабатлайҙар.
Район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Иманғолов Илнур Таһир улы менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.
-Ковид беҙҙең быуын өсөн бик етди һәм оло һынау булды. Тотош донъялағы һымаҡ уҡ, районда был сирҙән вафат булыусылар ҙа булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Был мәкерле сир бик йоғошло. Район хакимиәтендәге аҙна һайын үтеп торған онлайн-брифингта иғлан ителгән мәғлүмәттәр ҙә шуға дәлил. Әлбиттә, һаҡланыу саралары бик мөһим. Ләкин бөгөнгө көндә был мәкерле сиргә кәртә ҡуйырлыҡ бер генә ышаныслы ысул бар, ул –вакцина.
Барығыҙға ла мәғлүм, ковидтан “Спутник v”тип аталған вакцина беҙҙең районға ла килеп етте һәм халыҡты вакцинациялау башланды.
Ковид – бик ҡурҡыныс сир. Вакцинанан башҡа был сирҙе еңерлек ысулдар әлегә уйлап табылмаған. Сирҙе тамырынан юҡ итер өсөн дөйөм халыҡтың кәмендә 40 проценты вакцинацияланыуы шарт.

-Был вакцинациялау тураһында интернетта төрлө имеш-мимештәр йөрөй. Ябай халыҡҡа ҡайҙа хаҡ яҙылған, ҡайҙа ялған икәнен аңлауы ла ауыр.
-Билдәле булыуынса, ил Президенты Владимир Путин 2020 йылдың авгусында Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы вакцина уйлап табылыуы хаҡында бөтә донъяға иғлан итте. Ул мәлдә әле вакцина тикшереү ҙә үтеп бөтмәгән ине. Ләкин тәүге һөҙөмтәләр үк өмөтләндерҙе.

Тик халыҡ улай тиҙ арала ышаныслы вакцина табылыуына ышанып етмәне һәм шуға күрә был яңылыҡты һалҡыныраҡ ҡабул итте.
Бер нисә төр вакцина сығарылды. Ләкин улар араһында әлеге ваҡытта беҙҙең дауаханаға килтерелгән “Спутник v” иң ышаныслыһы һанала. Төрлө илдәр уны беҙҙән һатып алырға сиратта тора. Британияла сығыусы медицина өлкәһендә киң билдәле һәм абруйлы баҫмала - “The Lancet” (“Ланцет”) журналында ошо февраль айында “Спутник v”-ның сит илдәрҙә етештерелгән вакциналарҙан ҡалышмауы, ә Ҡытайҙа уйлап табылғанынан хатта өҫтөнөрәк булыуы тураһында яҙылған.

Әлеге ваҡытта өс тиҫтәгә яҡын илдә тап ошо вакцинаны ҡулланалар һәм уның тураһында бик яҡшы фекерҙәләр.
Хәҙер был вакцина Һиндостанда, Бразилияла, Көньяҡ Кореяла етештерелә. Төркиә менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
Хатта Американың киң мәғлүмәт саралары “Спутник v” вакцинаһын “вакциналар көрәшендә” еңеүсе тип иғлан иткән.

-Әлегә беҙҙә вакцина яһатыуға халыҡ бик әүҙем түгел һымаҡ...
- Бының сәбәбен мин халыҡтың дөрөҫ мәғлүмәтте белмәүендә тип һанайым.
Әгәр үҙебеҙҙең ғалимдарға, белгестәргә, табиптарға ышанмаһағыҙ, интернетҡа инеп, үрҙәге баҫманан үҙегеҙ ошо турала уҡый алаһығыҙ.
Вакцина яһатыу-яһатмауҙы һәр кем үҙе хәл итә, әлбиттә. Шулай ҙа бөтә донъяла был вакцинаны маҡтайҙар, беҙҙән һатып алып, халҡына яһаталар икән, уйланырға урын бар, минеңсә.

Рәсәйгә ҡарата бынан бер нисә йыл элек төрлө санкциялар иғлан иткән илдәр ҙә беҙҙән вакцина һорай башлағандар. Ә беҙҙә ил халҡына, шул иҫәптән беҙҙең район халҡына ла бушлай вакцина һалдырыу мөмкинлеге бирелгән.

Теләгән һәр кем урындағы фельдшерҙарға, поликлиниканың регистратураһына (телефон аша ла белешергә мөмкин), үҙенең участка терапевына мөрәжәғәт итә ала. Табип ҡарап, вакцина һалдырыуға ҡаршылыҡтар булмауын билдәләһә, вакцина яһатыуға сиратҡа яҙылырға мөмкин.
Беҙгә вакцина препараты килтерелгәйне, ул нигеҙҙә, эшләнеп бөттө. Ай аҙағында тағы ла буласаҡ.

Ҡыҫҡаһы, райондаштар, был сирҙе үткәреүселәр уның ниндәй ауыр икәнлеген белә. Шуға күрә, төрлө имеш-мимештәргә түгел, ә айыҡ аҡылығыҙға һәм абруйлы белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалырға саҡырабыҙ.
Ҡабатлап әйтәм – әлеге ваҡытта вакцина был сирҙән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы.
Читайте нас: