Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Февраль 2021, 11:30

Төп контингент – 50 йәштән 70 йәшкә тиклемгеләр

Коронавирус инфекцияһының һәм вируслы пневмонияның таралыуын иҫкәртеү маҡсатында район хакимиәтендә аҙна һайын үткән онлайн-брифингтың сираттағыһында, 12 февралдә үткәнендә, райондағы санитар-эпидемиологик хәлгә анализ яһап, табип-эпидемиолог Юрий Коробчанский түбәндәге мәғлүмәттәрҙе халыҡ иғтибарына сығарҙы.

Коронавирус инфекцияһының һәм вируслы пневмонияның таралыуын иҫкәртеү маҡсатында район хакимиәтендә аҙна һайын үткән онлайн-брифингтың сираттағыһында, 12 февралдә үткәнендә, райондағы санитар-эпидемиологик хәлгә анализ яһап, табип-эпидемиолог Юрий Коробчанский түбәндәге мәғлүмәттәрҙе халыҡ иғтибарына сығарҙы.
Коронавирусҡа бәйле пандемия башланғандан алып районда 125 кеше был мәкерле сиргә тарыған. 2 кеше сир ҡорбаны булған. Әлеге ваҡытта 21 кеше дауалана: 8 сирле госпиталдә, ҡалғандары амбулатор дауа ала. 102 кеше һауыҡҡан. Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан алып ковид менән 49 райондашыбыҙ ауырыған.
Пандемия башланғандан алып 334 кешелә пневмония теркәлгән. Был сир 10 райондашыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Әлеге ваҡытта 22 кеше дауалана: 7-һе госпиталдә, 15 кеше амбулатор шарттарҙа дауа ала. 302 кеше һауығып сыҡҡан.

Ағымдағы йыл башынан алып 36 кеше пневмония менән сирләгән. 7 кешенең тәүге ҡуйылған диагнозы ковид итеп үҙгәртелгән.
Шуныһы: сирләүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар күберәк – 60 процент, ир-аттар 40 процент тәшкил итә.

Йәш нисбәтенә килгәндә, ауырыусылар араһында 50 йәштән 70 йәшкә тиклемгеләр күпселекте тәшкил итә.
Ә ауылдарға туҡталғанда, Иҫке Собханғолда, Әбделмәмбәттә, Тимерҙә, Ҡотанда һәм Байғаҙыла сирләүселәр иң күбе.

Йәнә сирләүселәр араһында төп урынды эшләмәүселәр һәм пенсионерҙар тәшкил итә. Мәғариф тармағы хеҙмәткәрҙәре араһында сир күп теркәлә.
-Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, сир яйлап ҡына кәмеүгә табан бара һымаҡ. Әйтәйек, үткән аҙнала ковид 7 кешелә асыҡланһа, был аҙнала – 3 кешелә. Пневмония үткән аҙнала ла, был аҙнала ла 3-әр кешелә теркәлде.

Киҫкен вируслы респираторлы инфекция үткән аҙнала 131 осраҡ булһа, был аҙнала 110 кешелә асыҡланды.
Ләкин был беҙгә тынысланырға урын бирмәй. Хәлдәр ҡатмарлы ғына. Әлеге ваҡытта сирләүселәр сирҙе, нигеҙҙә, уртаса ауырлыҡта һәм ауыр формала үткәрәләр. Шуға күрә һаҡланыу ҡағиҙәләрен онотмағыҙ: битлектәрҙә йөрөү, дистанция һаҡлау, кеше күп йыйылған урындарға мөмкин тиклем йөрөмәй тороу һ.б. – тине Юрий Николаевич.
Артабан район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Илнур Иманғолов районда старт алған вакцинациялау кампанияһы тураһында ентекле итеп һөйләп китте. Район мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Әнүзә Вәлиева мәктәп-баҡсаларҙа балаларҙы туҡландырыу мәсьәләһе хаҡында бәйән итте.

Брифингты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Венера Вәлиева алып барҙы һәм халыҡты тейешле ҡағиҙәләрҙе, белгестәр ҡушҡандарҙы теүәл үтәргә саҡырҙы.

Хөрмәтле райондаштар! Эйе, сир менән көрәш дауам итә. Үҙебеҙҙең тәртибебеҙ, йәғни белгестәр ҡушҡан һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәүебеҙ менән беҙ ҙә көндө төнгә ялғап халыҡ һаулығы өсөн көрәшеүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итә ала икәнлегебеҙҙе онотмайыҡ. Был мәкерле сирҙе еңеүҙең әлегә төп ышаныслы сараһы бары тик вакцина ғына икәнлеген дә онотмайыҡ.

Үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла һаҡлайыҡ!
Читайте нас: