Район хакимиәтендә үткән коронавирус инфекцияһын һәм вируслы пневмонияны иҫкәртеүгә арналған сираттағы брифингта түбәндәге мәғлүмәттәр яңғыраны: үткән аҙнала ковид-19 сире йәнә 4 кешелә асыҡлаған (мәғлүмәттәр 4 февралгә ҡарата), пандемия башланғандан алып районда 116 кеше был сиргә дусар булған, 85 кеше һауыҡҡан, 8 сирле Белоретта дауалана, 22 кеше амбулатор дауа ала. Өйҙә дауаланған 45 сирле бушлай дарыуҙар алған.
Пневмония менән сирләүселәр 338. Үткән аҙнала был сир 4 кешелә теркәлгән. 290 кеше һауыҡҡан. 17 сирле әлеге ваҡытта Белоретта, 20 кеше амбулатор дауалана. Ғинуарҙа 43 кешелә пневмония асыҡланған.
Пандемия башланғандан алып киҫкен вируслы инфекция менән 4607 кеше сирләгән, шул иҫәптән үткән аҙнала 109 кешегә ошо диагноз ҡуйылған. Был мәғлүмәттәрҙе район үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Р. Айытбаев еткерҙе.
Табип-эпидемиолог Ю. Коробчанский вакцинациялау мәсьәләләренә туҡталды.
-Вакцина яһатырға теләгәндәрҙең исемлеге төҙөлә башланы. 18 йәше тулған һәр кем вакцина яһата ала. Теләгегеҙ булһа, 3-53-63 һандары буйынса шылтыратырға мөмкин, ауылдарҙа йәшәһәгеҙ, урындағы фельдшерға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Тәүге сиратта медицина һәм мәғариф тармағы хеҙмәткәрҙәренә вакцина һалынасаҡ. Вакцина яһатмайынса, беҙ был мәкерле сирҙе еңә алмаясаҡбыҙ, - тине Юрий Николаевич.
Брифингта артабан 22 ғинуарҙа үтәсәк ат ярыштары, ГТО нормативтарын тапшырыу, берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек, ирекмәндәрҙең 2020 йылдағы эшмәкәрлеге хаҡында сығыштар булды.
Брифингты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы В. Вәлиева алып барҙы.
Мәкерле сир аяуһыҙ, ул кешенең матди хәленә лә, вазифаһына ла, йәшенә лә ҡарап тормай, шуға күрә һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәргә тырышайыҡ. Ә улар барыбыҙға ла билдәле: битлек, бирсәткә режимын һаҡлау, кеше күп йыйылған урындарҙа йөрөмәҫкә тырышыу, йөрөргә тура килгәндә һаҡланыу ҡағиҙәләренә айырыуса етди ҡарау, дистанция һаҡлау, сирҙең тәүге билдәләре һиҙелеү менән табипҡа мөрәжәғәт итеү, эшкә йәки уҡыуға бармау.