22 февраль көнө район үҙәге эргәһендәге Күҙәмбәт яланында традицион ҡышҡы ат ярыштары үтә. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ярыштар 11.00 сәғәттә башлана.
Бәйгенең шарттары тураһында – артабан.
Сараның маҡсаты – әүҙем ялды, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, тоҡомсолоҡ эшен үҫтереү һәм таҙа ҡанлы башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу, ат спортының милли төрөн популярлаштырыу һәм иң көслө спортсыларҙы, иң яҡшы аттарҙы асыҡлау.
Ярыштар бер нисә этапта үтә:
1-се ярыш – үҫмерҙәр араһында һыбай ярыш (ябыҡ форматта үтә, 3 йәшкә тиклемге төрлө тоҡомло аттар ҡатнаша). Дистанция – 1,6 саҡрым.
2-се ярыш – район хужалыҡтарындағы башҡорт тоҡомло аттарҙа һыбайлылар ярышы (ябыҡ форматта үтә). Дистанция 2,4 саҡрым.
3-сө ярыш – бөтә төр аттарҙа һыбайлылар ярышы. Дистанция 4 саҡрым.
4-се ярыш – саналы аттарҙа ярыш. Дистанция 7 саҡрым.
5-се ярыш – саналы юртаҡтар ярышы. Дистанция 5 саҡрым.
6-сы ярыш – “Бәйге” ярышы (ябыҡ форматта үтә). Дистанция 10 саҡрым. Төп приз район хужалыҡтары араһында уйнатыла.
Ауыл биләмәләре һәм ойошмалар араһында ат ярыштары традицияһын тергеҙеү маҡсатында команда зачетында Исмәғил Ғәбитовтың күсмә кубогы уйнатыла.
Шулай уҡ аттарҙы һәм саналарҙы иң матур биҙәү буйынса конкурс, йылҡысылар конкурсы, балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө уйындар ҡаралған.
Ярыштарҙың иң оло һәм иң йәш ҡатнашыусылары ла бүләкләнәсәк.
Бөрйәнебеҙҙә ярты быуаттан элегерәк башланып, инде матур йолаға әйләнгән ат ярыштарына рәхим итегеҙ!