Үткән йомала район хакимиәтендә коронавирус һәм пневмония сирҙәренең таралыуын иҫкәртеүгә арналған сираттағы онлайн-брифинг үтте.
Райондағы эпидемиологик хәлгә анализ яһап, үҙәк дауахананың баш табибы урынбаҫары Ринат Айытбаев түбәндәге мәғлүмәттәрҙе килтерҙе: пандемия башланғандан алып районда ковид диагнозы 112 кешегә ҡуйылған. Үткән аҙнала ғына ла 10 осраҡ раҫланған. 81 кеше һауыҡҡан, 8 сирле - Белореттағы госпиталдә, 22 кеше амбулатор дауа ала. Пневмонияның 334 осрағы теркәлгән. Шул иҫәптән үткән аҙнала 7 кешегә ошо диагноз ҡуйылған. 287 кеше һауыҡҡан. 17 кеше әлеге ваҡытта Белоретта, 20 сирле амбулатор дауалана.
Үткән аҙнала ОРВИ менән сирләүсе 43 кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән.
-Эпидемиологик тотороҡлоҡ юҡ әле, сир кәмемәй. Шуға күрә һаҡланыу режимын теүәл үтәү мөһим. Ә улар барыбыҙға ла билдәле: дистанция һаҡлау, кеше менән мөмкин тиклем аралашмау, халыҡ күп йыйылған урындарға йөрөмәү, битлек, бирсәткә режимын һаҡлау һ.б. Сирҙең тәүге билдәләре тойолоу менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙдауаланыу менән булышырға ярамай. Ковид менән сирләү анализ һөҙөмтәһендә раҫланған сирлеләргә дарыуҙар бушлай бирелә. Бөгөнгө көнгә тиклем 40 сирле ошо мөмкинлек менән файҙаланды, - тине Ринат Сәғит улы.
Район буйынса эске эштәр бүлексәһе хеҙмәткәре Х. Әминев рейдтар үткәрелеп тороуын, кешеләрҙең күп өлөшө битлек режимын һаҡларға тырышыуын, шулай ҙа ҡағиҙә боҙоусылар осрауын телгә алды. Үткән аҙнала был йәһәттән 5 кешегә ҡарата махсус режимды боҙған өсөн протокол төҙөлгән.
Был аҙнала ауылдарҙа район һәм ауыл хакимиәттәренең отчет йыйылыштары башлана. Шуға бәйле, советтар менән эш итеү бүлеге етәксеһе И. Мәхмүтов йыйылыштарҙың графигы менән таныштырҙы.
Табип-эпидемиолог Ю.Коробчанский:
-Эпидемиологик хәл көсөргәнешле булып ҡала килә. 1 февралдән районда халыҡты киң күләмле вакцинациялау башлана.
Сиргә сик ҡуйыу йәһәтенән был әлегә берҙән-бер ышаныслы юл. Вакцинаны һаҡлау үҙенсәлектәренә бәйле, ул бер урында ғына - үҙәк дауахананың поликлиникаһында икенсе ҡаттағы прививкалар яһау бүлмәһендә ғәмәлгә ашырыла. Унда махсус зона булдырылған. Вакцина яһатҡандан һуң, реакция-фәлән булыуын иҫкәртеү маҡсатында, кеше ярты сәғәт самаһы дауаханала булырға тейеш. Вакцина яһатырҙан алда табип күҙәтеүе үтеү мотлаҡ. Прививка һалдырғандан һуң 1-3 көн температура күтәрелергә, ғөмүмән, әҙерәк хәлһеҙлек тойорға мөмкин. Шунан ул үтә. Тәүге вакцинаны яһатҡас, бары 42 көндән һуң ғына ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килә. Шуға күрә был осорҙа тейешле һаҡланыу сараларын теүәл үтәү мөһим, - тине.
Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе. К. Теләүбаева тармаҡта күп сараларҙың онлайн форматта үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Каникул осоронда, нигеҙҙә, балалар менән асыҡ һауала саралар ойошторолған.
-Кинозалда 30 процентҡа тулыланыу талабы менән фильмдар күрһәтелә башланы. Һаҡланыу саралары үтәлә. Сәнғәт мәктәбе лә ҡәҙимге режимда эшләй, - тине ул.
-Эпидемиологик хәлдәр ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй әле. Тейешле режимды һаҡларға кәрәк. Быны штраф алмау өсөн генә тип түгел, үҙегеҙҙең сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлау өсөн эшләу фарыз. Ҡыйын булһа ла, түҙергә тырышайыҡ. Туғандар, яҡындар араһында сирләүселәр бар. Шунан сығып ҡына ла был сирҙең ни тиклем ауыр икәнен самалап була. Шуға күрә һаҡланыу бик мөһим. Үҙебеҙҙең битарафлыҡ, тейешле талаптарҙы үтәмәүебеҙ арҡаһында ғына яҡындарыбыҙҙы юғалтып ҡуймайыҡ. Ошо афәтте сыҙамлы ғына үткәреп ебәрһәк, аралашыуҙар ҙа, байрамдар ҙа булыр, - тине брифингты алып барыусы район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғайса Әхәт улы Хәлитов.
Эйе, үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла һаҡлайыҡ, райондаштар.