22 ғинуарҙа район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһын һәм пневмонияны иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы видеобрифинг үтте.
Уны район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғ. Хәлитов алып барҙы.
Эпидемиологик хәл менән таныштырып, район үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Р. Айытбаев пандемия башланғандан алып районда 102 ковид менән сирләү осрағы теркәлеүен әйтте. 76 сирле һауыҡҡан, 3 кеше Белоретта госпиталдә, 22 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Пневмония менән сирләү күрһәткесе – 327. 287 кеше һауыҡҡан, 11 сирле Белоретта, 14 кеше амбулатор дауа ала.
2020 йылда киҫкен респираторлы инфекция менән сирләүҙең 4414 осрағы теркәлгән, шул иҫәптән август-сентябрь айҙарында – 2857. Үткән аҙнала дауаханаға был инфекция менән 128 кеше, дөйөм алғанда, ғинуарҙа йәмғеһе 279 кеше дауаханаға мөрәжәғәт иткән.
-Сир артыу өҫтөндә. Шуға күрә тейешле ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү мөһим: битлектәрҙә йөрөргә, дистанция һаҡларға һәм мәжлес-фәләндәрҙән тыйылып торорға кәрәк.
Алдағы айҙарҙа вакцина килеп етәсәк, тип көтөлә.
Әгәр ҙә үҙегеҙҙә хәлһеҙлек һиҙһәгеҙ, температурағыҙ бар икән, эшкә бармай торорға кәңәш итәбеҙ, - тине Ринат Сәғит улы.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 26 һанында уҡығыҙ.