Район мәҙәниәт һарайында эскелек темаһына арналған кәңәшмә үтте.
Унда район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, судья Ф. Хәсәнов, район прокуроры Ф. Ғәйетҡолов, эске эштәр бүлексәһе начальнигы урынбаҫары И. Ишҡолов, райондың имам-мөхтәсибе Х. Зарипов, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, әүҙем йәмәғәтселәр, ойошма, учреждениелар етәкселәре, вәкилдәре, белгестәр, имамдар ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, кәңәшмәне асып:
-Ғинуар айында ғына эскелек арҡаһында 5 гражданыбыҙ яҡты донъянан китте. Былтырғы йылда Байназар зонаһында ошо арҡала сабый баланы юғалттыҡ, эскелек арҡаһында Байназар ауылында бер кеше тапалып үлде. Аҙна һайын тиҫтәләгән көнкүреш талаш-ыҙғыштары сығып тора: һуғышыу, туҡмау, урлашыу - бөтәһендә лә сәбәп эскелеккә бәйле. Әлеге көндә ҡылынған енәйәттәрҙең 80 проценты эскелек арҡаһында килеп сыҡҡаны мәғлүм.
Беҙ, ғәҙәттә, һөҙөмтәләр менән көрәшәбеҙ, ә нилектән килеп сыҡҡанына иғтибар итмәйбеҙ. Әлбиттә, биләмәләрҙә йәмәғәт ойошмалары, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советтары һәм башҡалар эшләй. Улар эскелеккә ҡаршы көрәшергә тырышалар. Әммә был ғына әҙ. Эскелеккә ҡаршы көрәштә беҙҙең көс бермә-бер артырға, даими булырға тейеш. Һеҙҙән эшлекле тәҡдим-кәңәштәр көтәбеҙ, - тине.
Район советы юрисы И. Мәхмүтов законһыҙ алкоголь һатҡан өсөн ниндәй закондар барлығы, ниндәй яза ҡаралғанлығы хаҡында һөйләне.
- Спиртлы эсемлектәрҙең шәхси йорттарҙан һатылыуы - халыҡты борсоған иң киҫкен мәсьәлә. Алкоголле һәм составында спирт булған продукцияны законһыҙ ваҡлап һатҡан кешеләргә 30-50 меңгә тиклем, шәхси эшҡыуарҙарға 100-200 меңгә тиклем штраф ҡаралған. Административ хоҡуҡ боҙған кеше бер йыл эсендә икенсе тапҡыр эләкһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла. 50-80 меңгә тиклем йә 6 айлыҡ эш хаҡы йәки бүтән килеме күләмендә штраф, йә 1 йылдан 3 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре янай.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенән уҡығыҙ.