Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Ғинуар 2021, 13:00

Байназарҙа хоккей майҙансығы асылды

Яңы йыл алдынан Байназар мәктәбендә хоккей майҙансығы асылды. Майҙансыҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә элеккеһе урынында яңынан төҙөлдө.

Яңы йыл алдынан Байназар мәктәбендә хоккей майҙансығы асылды.
Майҙансыҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә элеккеһе урынында яңынан төҙөлдө.
Тантанала БР Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Я. Гайдук, район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, уның беренсе урынбаҫары М. Ғүмәров, район мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы И. Сәйфетдинов, Байназар ауыл хакимиәте башлығы А. Салауатов ҡатнашты.
Байназар мәктәбе директоры Й. Ҡотлобаев, байрам тантанаһын асып, мәктәпкә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған Айрат Зиннур улына Рәхмәт хаты һәм майҙансыҡты төҙөүгә ҙур өлөш индергән В. Иманғоловҡа Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.

БР Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Я. Гайдук Бөрйән еренә, халҡына һоҡланыуын белдереп:
- Хоккей майҙансығының асылыуы менән ҡотлайым! Әгәр ҙә кешенең һәләте бар икән, уны үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙең дә булыуы мөһим. Бөрйән - көслө рухлы халыҡтың төйәге, тип әйтер инем. Йыл һайын республика етәкселегенең ярҙамы менән һәр районды йәштәрҙең үҫешенә, спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар менән тәьмин итергә тырышабыҙ. Бөрйән районы менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, бында йыл һайын яңынан-яңы объекттар асылып тора. Был бик ҡыуандыра. Хоккей командаһына ла, көрәшселәргә лә икенсе йылда ла бүләктәр килтерәсәкбеҙ, - тип вәғәҙә бирҙе.

Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов:
- Байназар йәштәре әүҙем, һәр саҡ ярҙам итке килеп тора. Артабан да ошо ынтылышығыҙҙы, спортҡа булған һөйөүегеҙҙе һүндермәгеҙ, - тине.
Килгән ҡунаҡтарҙың барыһы ла балаларҙың шатлыҡтарын уртаҡлашты, уңыштар, һаулыҡ, спорт менән дуҫ булыуҙарын теләне. Спортсыларға сәкәндәр ҙә бүләк иттеләр.
Артабан хоккей майҙансығында Иҫке Монасип һәм Байназар мәктәптәре уҡыусыларының уйыны ойошторолдо.

Байназар мәктәбенең баскетбол командаһы ағзалары ла был осрашыуҙан ситтә ҡалманы, улар баскетбол уйнап күрһәтте.
Етәкселәр шулай уҡ көрәш залын да ҡараны, унда республика, район, ауыл ярыштарында призлы урындар яулап тороусы көрәшселәр үҙҙәренең һәләттәрен күрһәттеләр.
Читайте нас: