Коронавирус эпидемияһы таралыуҙы иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы брифинг үтте. Уны район хакимиәте башлығы урынбаҫары М. Ғүмәров алып барҙы.
Район үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Ринат Айытбаев биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һуңғы аҙнала коронавирус менән сирләүҙең яңы 3 осрағы раҫланған. Пневмония менән сирләү осраҡтары 276. 241 кеше һауыҡҡан. 10 кеше Белоретта ята, 18 кеше амбулатор дауалана. Һуңғы аҙнала 6 осраҡ теркәлгән. Өйҙә дауаланыусы ковид менән сирле 6 кешегә бушлай дарыуҙар бирелгән.
-Ыңғай динамика күҙәтелеүе ҡыуаныслы. Ләкин санитар-эпидемиологик режимды һаҡларға кәрәк: күп кеше йыйылған урындарға йөрөмәҫкә, битлек, бирсәткә режимын үтәргә, дистанция һаҡларға.
Яңы йыл байрамдары ваҡытында 4, 6, 8 ғинуарҙа поликлиника эшләй. Педиатр, терапевт һәм инфекционист халыҡты ҡабул итәсәк.
Әйткәндәй, 1 ғинуарҙан райондағы тиҙ ярҙам бүлеге Белоретҡа ҡарай башлай. Хеҙмәткәрҙәр, әлбиттә, элеккесә урынында ҡала. Саҡырыуҙарҙы “103” телефоны буйынса Белореттағы диспетчерҙар ҡабул итеп, бында йүнәлтә, - тине Ринат Сәғит улы.
Район үҙәк дауаханаһының табип-инфекционисы З. Исмәғилева Яңы йылды хәүефһеҙ ҡаршы алыу, сәләмәтлеккә иғтибарлы булыу, коронавирусҡа ҡаршы вакцина хаҡында бәйән итте.
“Атайсал” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры З. Айытҡолова 65 йәштән үткән кешеләргә ярҙам тураһында әйтеп үтте. Әлеге ваҡытта үҙәктең социаль хеҙмәткәрҙәре 447 кешене хеҙмәтләндерә.
Марсель Вәли улы, үҙәктә социаль медицина хеҙмәте ойоштороп булмаймы, тигән һорау бирҙе. Законға ярашлы, хәҙер өйҙә уколдар, системалар ҡуйыу рөхсәт ителмәй икән.
Мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы И. Сәйфетдинов тармаҡтағы эпидемиологик хәлгә ҡыҫҡаса анализ яһаны.
-Әлеге ваҡытта балалар баҡсаһына иҫәптә тороусы 1160 баланың 669-ы ғына даими йөрөй, сир билдәләре күренгән балалар ҡабул ителмәй. Мәктәптәрҙә дөйөм 3106 бала белем алһа, шуларҙың 105-е киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән сирләү сәбәпле мәктәпкә йөрөмәй.
Яңы йыл байрамдарына бәйле саралар балалар баҡсаларында 24-25 декабрҙә үтәсәк, мәктәптәрҙә 28-енән 30-ына тиклемге арауыҡта ҡаралған. Һауа торошо 15 градустан түбән булмаһа, шыршы байрамдарын тышта үткәрергә лә мөмкин буласаҡ. Һәр осраҡта ла һаҡланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим.
Уҡыу алдынғылары, төрлө ярыш-конкурстар еңеүселәре өсөн муниципаль шыршы байрамы быйыл үтмәй, бүләктәр генә таратасаҡбыҙ. Республика шыршы байрамы ла ойошторолмай. Шулай уҡ һайлап алынған балаларға бүләктәр тапшырыласаҡ.
Бынан тыш, Иҫке Собханғол мәктәбе бер сменала уҡыуға күсереләсәк. Сөнки ҡараңғы тиҙ төшә башланы. Каникул осоронда саф һауала төрлө уйындар, саралар ойоштороласаҡ, - тине Илшат Ғаяз улы.
Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге етәксеһе И. Шәмиғолов йәштәр менән үткәреләсәк саралар, 24-25 декабрҙә беҙҙең районда үтәсәк республика форумы, ауылдарҙағы хоккей майҙансыҡтары һ.б. хаҡында һөйләне.
Марсель Вәли улы, брифингты йомғаҡлап, байрам көндәрендә ут менән айырыуса һаҡ булырға кәрәклеген билдәләне, шулай уҡ 10 ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләгә район хакимиәте “Таң” гәзитенә подписка бүләк итеүе хаҡында әйтеп үтте.
Эйе, ковид үҙенең мәкерле эштәрен ҡылыуын дауам итһә лә, тормош та дауам итә. Бары тик һаҡланыу сараларын ғына онотмайыҡ, дуҫтар. Үҙебеҙҙе, бер-беребеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.