Ҡотороу – хайуандарҙы һәм кешеләрҙе үлемгә килтереүсе вируслы сир. Тешләгән саҡта ҡотороу вирусы һеләгәй аша яраға эләгә.
Дауаханаға ваҡытында мөрәжәғәт итмәгән осраҡта кешелә ҡотороуҙың клиник билдәләре үҫешә һәм уның үлемгә килтереүе мөмкин. Сирҙе ҡуҙғытыу сығанағы - сирле ҡырағай хайуандар (төлкө, бүре, ярғанат) һәм йорт хайуандары.
Малдарҙың, кешеләрҙең зарарланыуы ауырыу малдарҙан тешләнеү йәки асыҡ яраға ауырыу малдың шайығы тейеү арҡаһында барлыҡҡа килә. Эттән, бесәйҙән, ҡырағай хайуандарҙан тешләнгәндә йәки уларҙың шайығы тейгәндә нимә эшләргә һуң? Яраны яҡшы итеп һабынлап йыуырға, йода менән эшкәртеп, таҙа урау һалырға. Тиҙ арала табипҡа күренергә һәм табип-рабиолог ҡушҡандарҙы теүәл үтәргә кәрәк. Ҡотороуға ҡаршы вакцина яһатыу мотлаҡ.
Ауырыуҙың йәшерен осоро 10 көндән 2 айға тиклем.
Ауырыуҙың билдәләре:
билдәләр 5 көнгә ҡыҫҡарырға йәки 1 йылға тиклем оҙайырға мөмкин. Яра ни тиклем баш мейеһенә яҡын булһа, был осор шул тиклем ҡыҫҡараҡ була.
Тешләнгән урын йәки вирус эләккән ер ҡысыта, ныҡ ауыртыныу һиҙелә. Ҡурҡыу, тауыш һәм яҡтылыҡҡа һиҙгерлек артыу, һыуҙан ҡурҡыу, тамаҡ һәм йотҡолоҡ тартышыуы күҙәтелә.
Хайуандарҙың аппетиты боҙола, ауыҙынан шайығы аға, ярһый, кешеләргә һәм малдарға ташлана, артабан өйәнәк тота. Сир башланып, 3-7 тәүлек үткәс, хайуан үлә.
Мал тотоусыға һәм тешләнгән кешеләргә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим - әгәр ҙә мал кешене йәки икенсе малды тешләһә, шайығы менән бысратһа, ул 10 тәүлеккә ветеринар күҙәтеүе аҫтына алына. Шуны иҫтә тоторға кәрәк - әгәр ҙә ҡырағай хайуан кешенән ҡурҡмайынса, уға яҡынлаша икән, тимәк, ул сирле.
Бигерәк тә малдың йотоу рефлексы ауырлашһа, шайығы аҡһа, тиҙ арала ветеринарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Халыҡ ысулы менән дауалау тыйыла.
Әгәр ҙә һеҙҙең этегеҙ йәки бесәйегеҙ берәйһен тешләһә, ул кешегә адресығыҙҙы биреү мотлаҡ, сөнки был хайуандар 10 көнгә ветеринар күҙәтеүе аҫтына алынырға тейеш.
Этте тышта йөрөткәндә уның махсус бәйҙә һәм моронлоҡта булыуы шарт. Ул хужаһыҙ берәҙәк эттәр менән бәйләнешкә инергә тейеш түгел. Эттәргә ветеринар участкала вакцинация эшләнә һәм паспорт алына.
Көсөктәргә 3 айҙан ҡотороуға ҡаршы вакцина яһатырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта бесәйҙәр тураһында ла онотмағыҙ. Сирҙән һаҡланыу өсөн ҡалған йорт хайуандарына ла йыл да вакцина эшләтеү мотлаҡ.
Ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән осраҡта, мал хужалары административ яуаплылыҡҡа тарттырылырға мөмкин.
Һуңғы ваҡытта төлкөләрҙең ауыл араһына төшөүе йыш күҙәтелә. Ҡурҡыныс сирҙән һаҡланыу маҡсатында ауыл осонда һәм урманға яҡын йәшәгән йорт хужаларының иғтибарлы булыуҙарын һорайбыҙ.